Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
21 Февраль 2023, 10:13

Ғаилә традицияларын һәм ҡиммәттәрен һаҡлап

Ләйсән һәм Илдар Хәмиҙуллиндар балаларына күркәм тәрбиә бирә

Ғаилә традицияларын һәм ҡиммәттәрен һаҡлап
Ғаилә традицияларын һәм ҡиммәттәрен һаҡлап

“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2023” асыҡ республика конкурсының төбәк этабы тамамланды. Тәтешлелә уҙған был этапта Асҡын, Бөрө, Борай, Ҡариҙел, Кушнаренко, Нуриман, Благовещен, Тәтешле райондарынан “Ижади ғаилә”, “Ғаилә кәсебе”, “Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре” номинацияларында 18 конкурс эше баһаланды. Бөрө ҡалаһынан Хәмиҙуллиндар “Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре” номинацияһында 1-се урын яуланы.
Ләйсән Хәмиҙуллина Бөрө ҡалаһының 3-сө мәктәбендә башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләй. Ул туған телебеҙҙе үҫтереүҙә, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлауҙа һәм уларҙы йәш быуынға тапшырыуҙа ҙур эш башҡара. Хеҙмәттәштәренең һәм уҡыусыларының ихтирамын яулаған уҡытыусы ғаиләһендә лә һөйөклө ҡатын, хәстәрлекле, яратҡан әсә, яҡшы тәрбиәсе булараҡ күптәргә үрнәк булып тора.
Хәмиҙуллиндар ғаиләһе менән яҡынданыраҡ танышыу маҡсатында мәктәпкә йүнәлдек һәм Ләйсән Шәрифйән ҡыҙы менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
— Ләйсән Шәрифйән ҡыҙы, үҙегеҙ, үҫкән ғаиләгеҙ, атай-әсәйегеҙ менән таныштырып үтегеҙ әле.
— Асҡын районында матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Солтанбәк ауылында тыуып үҫтем. Шунда белем алдым, артабан Нефтекама педагогия колледжына уҡырға индем. Биш йыл уҡығас, ике йыл тирәһе Әмзәлә башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләнем. Бөрө социаль-педагогия академияһының башҡорт теле бүлегендә ситтән тороп уҡыуымды дауам иттем.
Әсәйем Розалия Марат ҡыҙы мәктәптә башҡорт теленән белем бирә, директорҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара. Әсәйемде күптәр белә һәм ихтирам итә, ул һөнәренә ғашиҡ киң күңелле, оло йөрәкле кеше. Атайым хужалыҡ эштәре буйынса мөдир булып эшләй. Ғаиләлә һигеҙ бала тәрбиәләндек. Беҙ – өс ҡыҙ – атай-әсәйебеҙҙең үҙ балаһы, ә бишәүһе тәрбиәгә алынған. Барыбыҙ ҙа уҡыу йорттарында белем алып, үҙебеҙ теләгән һөнәргә эйә булдыҡ, тормош юлында юғалып ҡалманыҡ. Атай-әсәйем беҙгә һәр яҡтан үрнәк булып тора. Беҙ ҙә улар кеүек киң күңелле, эшһөйәр, уңған булырға тырышабыҙ.
— Күпселек ғаиләлә атай-әсәйҙең береһе уҫалыраҡ була, һеҙҙә нисек?
— Әсәйемде уҫал тип әйтеп булмай, уны талапсан тиһәк, дөрөҫөрәк булыр. Атайым, киреһенсә, йомшаҡ күңелле. Үҙемдең ғаиләлә лә шулай, ҡыҙҙарым тәүҙә бөтә нәмәне атайҙарына һөйләй.
— Кескәй сағығыҙҙағы ниндәй хәтирәләр күңелегеҙҙә уйылып ҡалған?
— Беҙ ауылда үҫкәс, күберәк ваҡыт урамда үтте, тышта дуҫтарым менән төрлө уйындар уйнай инек. Беҙ үҫкәндә телефон, компьютерҙар булманы. Ҡышын кәртә башынан, һарай түбәһенән көрткә һикереп уйнарға яраттык. Эргәлә генә ҙур тау бар, шунан ҡыш көнө рәхәтләнеп күмәкләп сана, саңғы шыуа инек. Иң хәтерҙә ҡалған ҡыҙыҡлы ваҡиға ул балалар баҡсаһынан ҡасып ҡайтып китеүем булғандыр.
— Конкурс шарттары буйынса, бәйгелә башҡорт телендә һөйләшкән, законлы никахта торған, Башҡортостан һәм Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән, рухлы балалар тәрбиәләгән ғаиләләр ҡатнаша. Ғаиләгеҙ тураһында һөйләгеҙ әле.
— Тормош иптәшем Илдар Ғәзимйән улы ла Асҡын районынан. Ул Ҡашҡа ауылында тыуып үҫкән. Уның менән Нефтекама ҡалаһында уҡып йөрөгән саҡта таныштыҡ. Ул иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә ине. Бер йыл уҡығас, ике йылға армия хеҙмәтенә оҙатып ҡалдым. 23 йәштә үҙебеҙҙең ғаилә усағын ҡорҙоҡ. Бер йыл ауылда йәшәнек. Бөрө ҡалаһында ер алғас, 2011 йылда унда күсенеп, төпләнеп ҡалырға булдыҡ. Әлеге ваҡытта Илдар Нижневартовск ҡалаһында Лесстрой реконструкцияһында вахта ысулы менән эшләп йөрөй. Ғаиләбеҙҙә ике ҡыҙ тәрбиәләнә. Өлкәнебеҙ Элина 6-сы класта белем ала, уҡыуҙан тыш баскетбол түңәрәгенә йөрөй. Кесе ҡыҙыбыҙ Азалия 1-се класта уҡый, ул бейергә бик ярата, шуға ла бейеү менән шөғөлләнә.
— Белеүебеҙсә, Бөрөлә балалар русса һөйләшә, һеҙ өйҙә ниндәй телдә аралашаһығыҙ?
— Минең уйымса, һәр кем туған телен белеп, ғаиләһендә лә туған телдә аралашып, балаларына ла өйрәтеп үҫтерергә тейеш. Беҙ башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшәбеҙ. Ҡыҙҙарыбыҙ әсә телен белеп үҫә.
— Һеҙ “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2023” республика конкурсының төбәк этабында ҡатнашып, “Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре” номинацияһында 1-се урын яуланығыҙ. Был уңышҡа өлгәшеү еңелдән һәм бер көндә башҡарылған эш булмағандыр. Ғаиләгеҙҙә ниндәй традициялар һаҡланып килә?
— Ғаилә традицияларыбыҙ күп. Ошоларҙың береһе – бөтә байрамдарҙы, тыуған көндәрҙе бергәләп үткәреү. Дини байрамдарҙы ла көтөп алабыҙ, Ҡөрьән аштары үткәрәбеҙ. Үҙемдең атайым менән әсәйем, туған-тыумасалар килә. Ошо бергә үткәргән ваҡыттар, яҡын кешеләрең менән аралашыу күңелдә йылы, онотолмаҫ иҫтәлектәр ҡалдыра.
— Эштән тыш буш ваҡытығыҙҙы нисек үткәрәһегеҙ?
— Ғаиләбеҙ менән йәй көнө тәбиғәткә сығырға, еләк йыйырға яратабыҙ. Эҫе көндәрҙә һыу инергә йөрөйбөҙ. Ҡалалағы “Аврора” ял итеү үҙәгенә кинофильмдар ҡарарға барабыҙ. Һеңлеләрем ҡунаҡҡа йыш килә, улар менән Бөрөнөң матур ерҙәрен, иҫтәлекле урындарын ҡарайбыҙ.
— Ғаиләгеҙҙең девизы бармы?
— Берҙәмлектә — көс!
— “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсында ҡатнашыуығыҙ тураһында ла һөйләп китһәгеҙ ине?
— Конкурс башҡорт мәҙәниәтен, телен, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, фольклорын һаҡлаған һәм үҫтергән өлгөлө ғаиләләрҙе табыу һәм уларҙы дәртләндереү маҡсатында үткәрелә. Беҙ был конкурсҡа видеоролик эшләнек. Ул инде балаларҙың ауылға, олатай-өләсәй янына ҡайтырға яратыуы, уларҙың тәрбиәһе тураһында. Беҙ йырҙар башҡарҙыҡ, әсәйем баянда уйнаны. Бергәләп ял итеү минуттарын күрһәттек. Конкурста ҡатнашыу ғаиләбеҙҙе тағы ла нығыраҡ берләштерҙе.
— Ғаилә һүҙе, һеҙҙеңсә, нимәне аңлата?
— Ғаилә терәк, ышаныс, йылылыҡ һүҙҙәре менән күҙ алдыма килә. Балалар булыуы үҙе бер бәхет. Ғаиләһеҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмайым.
— Һеҙҙең менән тыуып үҫкән ғаиләгеҙ, үҙегеҙҙең ғаилә тураһында һөйләштек. Ҡыҙҙарығыҙға нисә йәштә ғаилә ҡороу иң яҡшы ваҡыт тип уйлайһығыҙ?
– Минеңсә, ҡатын-ҡыҙға иң яҡшыһы 23-24 йәштәр тирәһендә кейәүгә сығыу. Һайлаған һөнәрең буйынса уҡыуҙы тамамлап, эшкә урынлашып, тормошта үҙ урыныңды тапҡас, тип уйлайым.
– Тормошта төрлө ваҡыттар була, ошо ауыр саҡтарҙы үткәреп, нисек ғаилә усағын һаҡлап ҡалырға?
– Бер-береңде аңлай белергә кәрәк. Шатлыҡты ла, ҡайғыны ла бергә кисереү, ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙа белеү бик мөһим. Урыны менән талапсан, ҡайһы саҡ йомшаҡ була белеү яҡшы. Иң мөһиме — бер-береңә ышаныу, бер-береңде ихтирам итеү. Шунда ғына ғаилә ҡиммәттәре һәм ғаилә үҙе һаҡлана.
– Ләйсән Шәрифйән ҡыҙы, әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Эшегеҙҙә уңыштар, ғаиләгеҙгә именлек теләйбеҙ!
Ғаилә ҡороу – кеше тормошонда иң мөһим ғәмәл, ул һинең башҡалар тураһында хәстәрлек күрергә әҙерлегеңде, рухи яҡтан өлгөрөп етеүеңде күрһәткән яуаплы аҙым. Ә Бөрө ҡалаһы данын күтәреүсе Хәмиҙуллиндарҙың ғаиләһенә конкурстың киләһе этаптарында ла ҙур уңыштар юлдаш булһын.


Аделина ШӘМСИЕВА.
Бөрө районы.

Ғаилә традицияларын һәм ҡиммәттәрен һаҡлап
Ғаилә традицияларын һәм ҡиммәттәрен һаҡлап
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: