Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
28 Ғинуар 2023, 10:00

Туған тел нескәлектәрен өйрәнәләр

Телһөйәр уҡыусылар яҡшы һөҙөмтәләр менән һөйөндөрҙө

Туған тел нескәлектәрен өйрәнәләр
Туған тел нескәлектәрен өйрәнәләр

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан йыл һайын үткәрелә килгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте. Тел, рух байрамына әүерелгән был сара 37-се йыл рәттән ойошторолдо.

Быйыл олимпиаданың һайлап алыу турында Башҡортостан ҡалаларынан һәм райондарынан, шулай уҡ Силәбе, Ҡурған, Ырымбур өлкәләренән, Ханты-Манси округынан 1000-дән ашыу уҡыусы үҙ көсөн һынап ҡараны. Бәйгегә был этапты уңышлы үткән тырыш, сәмле уҡыусылар йыйылды.
Киң ҡарашлы, көслө рухлы, һәләтле уҡыусыларҙы асҡан был сарала райондаштарыбыҙ ҙа ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Борай 2-се гимназияһының 11-се класс уҡыусыһы Эльвира Сәйетғәлиева (етәксеһе Зилә Рәмзи ҡыҙы Вәхитова) башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр араһында призер булды.
Эльвира 1-се кластан башлап гел «5»-кә генә уҡый. Төрлө түңәрәктәргә йөрөй. Бейеү менән шөғөлләнә, йырларға ярата, сәнғәт мәктәбенең фортепиано бүлегендә белем ала. Спортты ла үҙ итә. Конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Өс йыл инде башҡорт теленән төбәк-ара олимпиадала призёр булды. Ә 2021-2022 уҡыу йылында — еңеүсе. Телһөйәр ҡыҙ «Йәйләү» профилле сменаһында ял итеү бәхетенә лә иреште. Ул шулай уҡ башҡорт халҡының милли йолалары менән ҡыҙыҡһына, башҡортса төрлө китаптар уҡый. Ғаиләһе менән Башҡортостан буйлап сәйәхәт итергә яраталар. “Атаһы Илфак Өлфәт улына һәм гимназия уҡытыусыһы Зилира Риф ҡыҙына Эльвирала башҡорт теленә һөйөү уятыуҙарына ҙур рәхмәтлемен” — ти уҡытыусыһы Зилә Рәмзи ҡыҙы.
Туған тел булараҡ башҡа телдәрҙе өйрәнеүселәр ҙә уңыштары менән һөйөндөрҙө. Борай 1-се урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Айгөл Рамазанова (етәксеһе Айгөл Рәзиф ҡыҙы Шәрипова) татар теле буйынса призлы урын алды. Борай 3-сө урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Валентина Миңлебаева (етәксеһе Лира Радик ҡыҙы Фәрхетдинова), Яңы Таҙлар мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Азалина Ғәлиханова (етәксеһе Гөлфинә Фәнис ҡыҙы Шаймарҙанова) удмурт теле буйынса призер булды. Телһөйәр уҡыусыларҙы ҡотлайбыҙ, артабан да уңыштар һәм яңы еңеүҙәр теләйбеҙ.

Гөлназ Ханова.

Борай районы.

Туған тел нескәлектәрен өйрәнәләр
Туған тел нескәлектәрен өйрәнәләр
Туған тел нескәлектәрен өйрәнәләр
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: