Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
18 Декабрь 2022, 09:00

Тарихыңды онотма, нәҫелеңде ҡоротма

Абруйлы баҫманың исем туйы үтте

Тарихыңды онотма, нәҫелеңде ҡоротма
Тарихыңды онотма, нәҫелеңде ҡоротма

Бөрөлә «Башҡортостан Республикаһының Бөрө, Благовещен, Мишкә райондары башҡорттары» ғилми-белешмә баҫмаһының исем туйы үтте.
Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалында Башҡортостан Республикаһының граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты аҡсаһына тормошҡа ашырылған «Башҡортостан Республикаһының Бөрө, Благовещен, Мишкә райондары башҡорттары» тигән ғилми-белешмә баҫмаһының исем туйы уҙҙы. Абруйлы китаптың авторҙары: С.И. Хәмиҙуллин, И.Р. Сәйетбатталов, Р.Р. Аҫылғужин, Р.Р. Шәйхиев, А.А. Исмаилов.
Презентацияны Башҡортостандың тарихи мираҫын өйрәнеү үҙәге ойошторҙо. Осрашыуҙа Мишкә, Благовещен һәм Бөрө райондарынан ҡунаҡтар — тыуған яҡты өйрәнеүселәр, уҡытыусылар һәм студенттар ҡатнашты.
Тарих фәндәре кандидаты Салауат Ишмөхәмәт улы Хәмиҙуллин һәм философия фәндәре кандидаты Рәфил Рифғәт улы Аҫылғужин ҙур теләк менән белешмә төҙөү тәжрибәһе менән уртаҡлашты һәм халыҡтың рухи мираҫы өсөн ошондай проекттарҙың мөһимлеген билдәләне. Шулай уҡ Ҡаңлы ырыуы һәм уның иң билдәле вәкилдәре тураһында киң мәғлүмәт бирҙеләр. Ырыу халҡының нисек таралып ултырыу тарихын да һөйләнеләр. Авторҙар билдәләүенсә, бындай мөһим материалдар шәжәрә төҙөү өсөн сығанаҡ булып хеҙмәт итә ала.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, тәьҫораттары менән уртаҡлашты, авторҙарҙы китаптың сығыуы менән тәбрикләне. Осрашыу автограф-сессия, иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.

Китап тураһында ҡыҫҡаса белешмә:
Ғилми белешмә Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Бөрө, Благовещен, Мишкә райондарында йәшәгән башҡорт ауылдарының үткәненә арналған. Унда архив документтары нигеҙендә һәр береһе тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирелә.
Баҫма өс бүлектән тора. Беренсе бүлектә Башҡортостанда XVI-XX быуаттарҙа этник процестар һәм социаль мөнәсәбәттәр асыла (авторы С.И. Хәмиҙуллин). Белешмәнең икенсе бүлеге башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты мәсьәләһенә арналған (авторы И.Р. Сәйетбатталов). Өсөнсө бүлектә Башҡортостан Республикаһының Мишкә, Бөрө Һәм Благовещен райондары башҡорттарының ауылдары тураһында мәғлүмәт бирелә (авторы Р.Р. Аҫылғужин). Ҡушымтала X ревизия, 1917 йылғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу мәғлүмәттәре, шулай уҡ Ырымбур мосолман диниә назаратының Башҡортостан райондарының башҡорт ауылдарына ҡарата метрик китаптары баҫыла.

Ғәлиә Ғәниева.

Бөрө районы.

Тарихыңды онотма, нәҫелеңде ҡоротма
Тарихыңды онотма, нәҫелеңде ҡоротма
Автор:
Читайте нас: