Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
14 Декабрь 2022, 12:00

Телһөйәрлеге менән һоҡландыра

Борай ауылында тыуып үҫкән Лилиә Дүсмәтова бәләкәйҙән уҡытыусы-телсе булырға хыяллана һәм ошо хыялын тормошҡа ашырыу өсөн Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетына уҡырға инә. Телһөйәр райондашыбыҙ бөгөн 2-се курста белем ала.

Телһөйәрлеге менән һоҡландыра
Телһөйәрлеге менән һоҡландыра

— Мин башҡорт теле һәм әҙәбиәте, ҡытай һәм инглиз телдәре бүлегендә уҡыйым. Ҡытай телен беренсе курстан алып өйрәнәм. «Ни өсөн башҡорт теле һәм сит телдәр бүлегенә уҡырға индең?» — тип күптәр һорай. «Башҡорт телен пропагандалау, үҫтереү, туған телебеҙ нескәлектәрен йәш быуынға өйрәтеү өсөн», — тип яуап бирәм уларға. Ә сит телдәрҙе белеү, миңә ҡалһа, хәҙерге заманда көнүҙәк булып тора. Бәлки, Ҡытайға ла барыу бәхете тейер. Әлеге ваҡытта мин Ҡытай вузында ла онлайн форматта уҡыйым.
Уҡыу йортонда «биш»кә генә өлгәшергә тырышам, мәҡәләләр яҙам. Беренсе курстан уҡ, фән менән шөғөлләнеп, юғары стипендияға лайыҡ булдым. 2022 йылдың июнь айында «Иң яҡшы студент» конкурсының «Башҡорт филологияһы факультетының уҡыу алдынғыһы» номинацияһында еңдем. Үҙ төркөмөмдә старостамын, ә факультеттың уҡыу секторы булараҡ, студенттарҙың нисек уҡыуы һәм дәрестәргә йөрөүен күҙәтеп, ошо юҫыҡта эш алып барам.
Бында уҡыуы бик оҡшай. Минеңсә, үҙең тырышһаң ғына маҡсатыңа ирешеп була, — ти ул.
Лилиә 2021 йылда Борай 2-се гимназияһында 11-се класты алтын миҙалға тамамлай. Мәктәп йылдарында юғары ҡаҙаныштарға өлгәшә. Тырышып уҡыуы менән бер рәттән фән менән шөғөлләнә, йырларға ла ярата. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен айырыуса үҙ итә. Туған телгә һөйөү тәрбиәләүсе уҡытыусыһы Ләйсән Ришат ҡыҙына рәхмәтле Лилиә. Бергәләп мәҡәләләр яҙалар, олимпиадаларҙа, конференцияларҙа әүҙем ҡатнашалар.
«Мин 11-се класта рус теле, профилле математика һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне буйынса Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырҙым. Өҫтәп, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән вузға инеү имтиханын да бирҙем.
Бәләкәйҙән уҡыуға дәртләндергән атай-әсәйемә, белем үрҙәренә менергә ярҙам иткән мәктәп һәм университет уҡытыусыларына бик рәхмәтлемен!» — ти телһөйәр райондашыбыҙ.

Гөлназ Ханова.

Борай районы.

Телһөйәрлеге менән һоҡландыра
Телһөйәрлеге менән һоҡландыра
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: