Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
14 Декабрь 2022, 16:10

Тел — беҙҙең киләсәк

Бөгөн, Башҡорт теле көнөндә,  Асҡын районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльвиза Мәғсәт ҡыҙы Ғәйзуллина  уҡыусылар менән  осрашты.  

Тел — беҙҙең киләсәк
Тел — беҙҙең киләсәк

 

Асҡын 1-се урта мәктәбенең 9-сы А класы уҡыусылары өсөн бөгөн башҡорт теле дәресе  сюрприздарға бай булды. Дәресте  Асҡын районы хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары – финанс идаралығы начальнигы    Эльвиза Мәғсәт ҡыҙы Ғәйзуллина  үткәрҙе.

Эльвиза  Мәғсәт ҡыҙы   уҡыусыларға туған телде белеү,  туған телдә һөйләшеү, аралашыу, туған телдә китаптар уҡыуҙың ниндәй ҙур мәртәбә һәм бәхет икәнлеген  төрлө миҫалдар ярҙамында  аңлатты.  “Башҡорт телен ихлас өйрәнгән балалар сәхнәгә сығып, шундай һоҡланғыс итеп сығышы яһай, телдәрен шымарта, ҡыйыу, әүҙем, рухлы булып үҫә. Ғөмүмән, телдәр белеү офоҡтарҙы киңәйтә, хәтерҙе яҡшырта, башҡа милләттәргә ҡарата яҡшы мөнәсәбәт, ихтирам тойғоһо тәрбиәләй.

Шуға ла тел ул халыҡтың иң ҡиммәтле хазинаһы һәм уны күҙ ҡараһылай һаҡларға, яҡларға, йәш быуынға өйрәтергә кәрәк. Бөгөн һеҙ - уҡыусылар, иртәгә – студенттар, ә артабан атай-әсәй булырһығыҙ.  Үҙегеҙ туған телегеҙҙе белмәһәгеҙ, һеҙ нисек балаларығыҙға уны өйрәтә алырһығыҙ?  Бына шундай аяныслы хәлдәргә ҡалмаҫ өсөн, туған телде белергә, туған телдә ғорурланып һөйләшергә кәрәк, уҡыусылар!”  — тине Эльвиза Мәғсәт ҡыҙы.

Наилә Имаева.

Тел — беҙҙең киләсәк
Тел — беҙҙең киләсәк
Читайте нас: