Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
29 Октябрь 2022, 10:00

Яңы китап сыҡты

Һәҙиә Дәүләтшинаның ижади мираҫы яңыртылды

Яңы китап сыҡты
Яңы китап сыҡты

Күптән түгел Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала филология фәндәре кандидаты Гөлнур Нуриман ҡыҙы Ҡасҡынованың «Һәҙиә Дәүләтшина. Ижади мираҫы. Хәтирәләр. Документтар» тигән китабының исем туйы үтте. Ул З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә «Башҡортостандың күренекле шәхестәре» серияһы аҫтында башҡорт һәм рус телдәрендә донъя күрҙе.

Исеменән үк билдәле булыуынса, баҫма күренекле башҡорт әҙибәһе, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы Дәүләтшинаға арналған. Унда яҙыусының ижади мираҫының аҙ билдәле биттәре, замандаштарының хәтирәләре, әҙибәнең тормошон һәм ижадын байҡаусы айырым мәҡәләләр, документтар, фотоһүрәттәр, күптәргә билдәле булмаған әҫәрҙәре индерелгән.
Презентацияла Гөлнур Нуриман ҡыҙы Ҡасҡынова, «Китап» нәшриәтенең булдыҡлы һәм инициативалы мөхәррирҙәре Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы Ҡарабаева менән Эльвира Мөнир ҡыҙы Ниғмәтуллина, филология фәндәре докторы Миңлеғәле Хөсәйен улы Нәҙерғолов, Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәре Шәүрә Рауил ҡыҙы Ниғмәтуллина, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе, филология фәндәре кандидаты Зәки Арыҫлан улы Әлибаев, күренекле яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премия лауреаты Гүзәл Ситдиҡова, «Беренсе Республика» фильмының сценарий авторы, филология фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Саламатова, Һәҙиә ролен башҡарыусы актриса Лилиә Исҡужина, филология фәндәре кандидаты, республика һәм халыҡ-ара йыр конкурстары лауреаты Роза Хөснуллина кеүек күренекле шәхестәр ҡатнашты. Беҙ ҙә, БДУ-ның Бөрө филиалы студенттары Илшат Ҡазыханов, Регина Шәмтиева һәм Миләүшә Хизабетдинова, мәртәбәле сараның шаһиттары булдыҡ.
Кисә Ырғыҙ буйҙарында тыуып үҫкән Һәҙиә Лотфулла ҡыҙының иң яратҡан йыры «Зәлифәкәй» менән башланды. Роза Хөснуллина башҡарыуындағы был йыр ҡунаҡтарҙы әсир итте. Миңлеғәле Хөсәйен улы Һәҙиә Дәүләтшинаның Рәсәй Фәндәр академияһы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми архивында һаҡланған шәхси фонды, әһәмиәтле яҙмалары, документтары тураһында һөйләне.
«Китап» нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы «Башҡортостандың күренекле шәхестәре» серияһында нәшер ителгән баҫмалар менән таныштырҙы һәм тап ошо серияла сыҡҡан китаптар һорау менән файҙаланылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуған яғы тураһында һүҙ йөрөттө. Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы «Беренсе Республика» фильмын төшөргән саҡта Һәҙиә роленең нисек эшләнеүе хаҡындағы иҫтәлектәре менән бүлеште.
Мәртәбәле сарала ҡунаҡтар «Беренсе Республика» нәфис фильмынан Һәҙиәнең үҙе менән таныштырған өҙөктө ҡараны. Барлыҡ ҡатнашыусылар ғалимәнең эшен юғары баһалап, ҡәләм оҫтаһына ҡарата йылы тәбрикләү һүҙҙәрен әйтте. Сара китапты төҙөүсе, инеш һәм башҡа мәҡәләләр авторы, аңлатмалар биреүсе Гөлнур Нуриман ҡыҙының сығышы менән тамамланды.
Ә беҙ китаптың исем туйынан уҡытыусыбыҙ өсөн ҡыуанып, ғорурлыҡ тойғоһо менән ҡайттыҡ. Әҙәбиәт дәрестәренән беҙҙе шундай талантлы ғалимә уҡытыуына тағы бер тапҡыр инандыҡ.


Илшат ҠАЗЫХАНОВ,
III курс студенты.

Яңы китап сыҡты
Яңы китап сыҡты
Яңы китап сыҡты
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: