Бөтә яңылыҡтар

30 майға тиклем ғариза бирергә өлгөрөгөҙ

Конкурста республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары ҡатнаша ала.

30 майға тиклем ғариза бирергә өлгөрөгөҙ
30 майға тиклем ғариза бирергә өлгөрөгөҙ

28 апрелдән башлап 2022 йылға Башҡортостан Башлығы грантына икенсе конкурсҡа ғаризалар ҡабул ителә башланы. Был “Мәҙәниәт, белем биреү, фән, киң мәғлүмәт саралары, йәштәр сәйәсәте һәм спорт өлкәһендә Башҡортостан халыҡтарының дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү, шулай уҡ Башҡортостандан ситтә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү” йүнәлешенә ҡағыла.

Конкурста республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары ҡатнаша ала. Шулай уҡ был мөмкинлектән Башҡортостандан ситтә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүҙе хәстәрләгән проекттар менән Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә коммерцияға ҡарамаған ойошмалар файҙаланыуға хоҡуҡлы. Конкурс бюджеты 50 миллион һум тәшкил итә. Бер проектта гранттың иң ҙур күләме - өс миллион һум. Конкурста ҡатнашыу өсөн грантыглавы102.рф сайтында 30 май 17.00 сәғәткә тиклем ғаризалар тапшырып ҡуйыу мөһим. Проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты - быйыл 1 сентябрҙән киләһе йыл 31 авгусҡа тиклем. Конкурста ҡатнашыусыларға талаптар, грант алыу шарттары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән грантыглавы102.рф сайтында “докуметтар” бүлегендә танышырға мөмкин.

Үткән йылдағы миҫалдарҙан проекттарын уңышлы башҡарыусылар ҙа күренә. Уларҙың береһе - “Ҡаршылыҡтарҙы ватып” социаль технологиялар үҙәге коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы етәксеһе Алина Хәбированан башҡарылған эштәре менән ҡыҙыҡһындыҡ. Улар былтыр туғыҙ ай дауамында “Әкиәттә ҡунаҡта: һаулыҡ мөмкинлеге сикле балалар менән анимация фильмдары төшөрөү” проекты өҫтөндә эшләй. Маҡсат - анимация фильмдары ярҙамында башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү. Фильмды эшләүҙә 21 бала ҡатнаша, улар тауыш режиссеры етәкселегендә тауыш яҙҙырыуға ла йәлеп ителә, вокал һәм башҡорт телен өйрәнеү буйынса өҫтәмә дәрестәр  ала. Барлығы биш анимация фильмы эшләнә, уларҙың барыһы ла башҡорт легендаларына нигеҙләнә. Фильм ике вариантта - башҡорт һәм рус титрҙары менән башҡорт телендә әҙерләнә. Төрлө техника ярҙамында төшөрөлөүен дә билдәләү мөһим: пластилинография, аппликация, пиксель һәм ҡом анимацияһы. "Балалар ҙур теләк менән фильм эшләүҙә ҡатнашты. Беҙҙең маҡсат – ижад аша йәш быуынды башҡорт халҡының эпостары менән таныштырыу", - тине Алина Хәбирова.

Проектты йомғаҡлап, иң аҙаҡтан булдырылған анимация фильмдары тантаналы рәүештә күрһәтелә, уларҙы социаль селтәрҙәр аша таратыу бурысы ҡуйыла.

Фото: “Ҡаршылыҡтары ватып” үҙәге архивы.

30 майға тиклем ғариза бирергә өлгөрөгөҙ
30 майға тиклем ғариза бирергә өлгөрөгөҙ
Автор:
Читайте нас в