Бөтә яңылыҡтар

Телһөйәр егет

«Тукай моңнары» нәфис һүҙ оҫталығы бәйгеһе быйыл 10-сы тапҡыр үткәрелде.

Телһөйәр егет
Телһөйәр егет

Конкурстың һайлап алыу туры “Бәйләнештә” социаль селтәрендә уҙҙы. 1500 ҡатнашыусы шиғыр һөйләп, видеоға төшөрөп, «Тукай моңнары» төркөмөнә урынлаштырҙы. Бәйгеселәр араһынан тик 85 ҡатнашыусы ғына финалға үтте. Улар араһында Борай 2-се гимназияһының 10-сы “Б” класы уҡыусыһы Руслан Хәсәнов та бар. Телһөйәр егет бәйгенең 3-сө дәрәжә еңеүсеһе тип танылды.
Руслан мәктәптә “дүрт”ле һәм “биш”ле билдәләренә генә уҡый, спорт менән шөғөлләнә. Иң яратҡан спорт төрҙәре — футбол һәм хоккей. Һүҙ ҡәҙерен белгән, ижади күңелле егет шиғриәт менән дә ҡыҙыҡһына. Киләсәктә ул осоусы булырға хыяллана.
Күптән түгел Өфө «Нур» татар дәүләт театрында «Тукай моңнары» бәйгеһенең еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Был байрамда райондаштарыбыҙ ҙа ҡатнашып, онотолмаҫ бай тәьҫораттар алып ҡайтты.

Гөлназ Ханова.

Телһөйәр егет
Телһөйәр егет
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: