Гәзитте иғтибар менән уҡып барыусылар Розалинаның уңыштары тураһында хәбәрҙар инде. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса ул күпме юғары уңыштарға өлгәште! Яңыраҡ БДУ-ла тәүге тапҡыр үткән Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһында ҡатнашып, Яңы Бәрҙәш ҡыҙы “Маҡсатҡа ынтылыш” номинацияһында еңеү яуланы!
Ағымдағы уҡыу йылынан Рәсәй Фән һәм мәғариф министрлығының «2021-2022 уҡыу йылында мәктәп уҡыусылары олимпиадалары теҙмәһен һәм уларҙың кимәлдәрен раҫлау тураһындағы» бойороғона ярашлы, Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһы предметтары иҫәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәне лә федераль исемлеккә индерелде. Олимпиаданың төп ойоштороусыһы — М. К. Аммосов исемендәге Төньяҡ-көнсығыш федераль университеты. Ойоштороусылар рәтендә сығыш яһаусы Ҡазан, Себер, Төньяҡ (Арктика) федераль, Чечен дәүләт педагогия университеттары менән бер рәттән илдең алдынғы юғары уҡыу йорттары араһында Башҡорт дәүләт университеты ла бар. Уҡыу йорттары урынлашҡан төбәктәргә ҡарап ҡына ла филология буйынса Төньяҡ-көнсығыш олимпиада ниндәй милли телдәр һәм әҙәбиәттәр буйынса уҙғарылыуын күҙалларға мөмкин: башҡорт, татар, ненец, яҡут, эвен, эвенк, юкагир, чечен...
Олимпиада ике турҙан тора. Һайлап алыу туры 1 декабрҙән 17 ғинуарға тиклем М. К. Аммосов исемендәге Төньяҡ-көнсығыш федераль университеты тарафынан дистанцион рәүештә ойошторолһа, икенсе тур төбәктәрҙә ойоштороусы булған үрҙә атап үтелгән уҡыу йорттары базаһында уҙған.
Шулай итеп, 2 мартта башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиаданың йомғаҡлау этабы БДУ майҙансығында үткән. Университет уҡытыусылары олимпиада буйынса тест һорауҙарын әҙерләгән. Ярыштың беренсе этабы 300-ҙән ашыу ҡатнашыусыны йыйһа, һуңғы этапҡа 107-һе, шул иҫәптән беҙҙең 11- се класс уҡыусыһы Розалина Хөпөтдинова ла үткән.
Олимпиада эштәрен башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, профессор Гөлфирә Абдуллина етәкселегендәге жюри баһалаған.
Яңы Бәрҙәш мәктәбенең телһөйәр уҡыусыһын һәм уны мәртәбәле һынауға әҙерләгән остазы Зилиә Туҡтағол ҡыҙы Ғиндуллинаны оло еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!
Гөлнара Солтанова.