Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
21 Февраль 2022, 16:07

Туған тел донъяһына сәйәхәт

Халыҡ-ара туған тел көнө уңайынан Балтас районы Башҡорт төньяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы колледжында фәһемле сара үтте.

Йыл һайын 21 февралдә Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнелә. Балтас районы Башҡорт төньяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы колледжы уҡыусылары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Фәнис ҡыҙы Нафиҡова туған телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, һөйөү һәм һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү маҡсатында "Туған тел донъяһына сәйәхәт" квест-уйынын ойошторҙо.
Уҡыусылар Халыҡ-ара туған тел көнөнөң барлыҡҡа килеү тарихы менән танышты, тематик конкурстарҙа, блиц-һорау алыуҙа әүҙем ҡатнашты, туған тел тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белде, тел һәм мәҙәни йолалар тураһында белемдәрен арттырҙы.


Авторы: Гөлназ Ғәлләмова.

Туған тел донъяһына сәйәхәт
Туған тел донъяһына сәйәхәт
Автор:
Читайте нас: