Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
20 Февраль 2022, 09:00

Башҡорт википедияһы: ҡаҙаныштар һәм борсоған мәсьәләләр

Беҙҙең википедиясыларҙың дүртенсе форумында ниҙәр хаҡында һөйләшеү булды?

Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арнап, бөгөн Башҡорт википедияһы ирекмәндәре сираттағы асыҡ сара уҙғарҙы. Йыйын "Викимедиа РУ" коммерцияға ҡарамаған партнерлығы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамында ойошторолдо.

Үткән йылдарҙан айырмалы, иҫәп буйынса дүртенсе йыйын онлайн тәртибендә уҙҙы. Виртуаль конференция залында барлыҡ республиканан утыҙ тирәһе әүҙемсе йыйылды, шул уҡ ваҡытта YouTube-каналда сараның тура эфиры барҙы.

Администратор, Башҡорт википедияһын ойоштороусыларҙың һәм үҫтереүселәрҙең береһе Рөстәм Нуриев билдәләүенсә, һуңғы ике йылда википедиясыларға ла яҡындан осрашыу мөмкинлеге юҡ, пандемияға тиклем иһә йыш күрешеп торғандар.

"Ә йыйылған мәсьәләләр буйынса фекер алышыу, ирекмәндәр эшмәкәрлеген киң йәмәғәтселекте йәлеп итеп планлаштырыу мохтажлығы ҙур. 2015 йылда Башҡорт дәүләт университетында уҙған тәүге ҙур конференция Башҡорт википедияһы үҫешенә ныҡлы этәргес бирҙе. Быйыл да форум эшенә ҡыҙыҡһынған кешеләрҙе күберәк ылыҡтыра алырбыҙ тип ышанам. Планлаштырыу этабында уҡ доклад менән сығыш яһарға теләк белдергәндәр тейешле күләмдә йыйылды. Дөйөм белем биреү учреждениелары уҡытыусылары дәрестәрҙә онлайн-энциклопедия материалдарын файҙаланыу тәжрибәһе менән уртаҡлашырға теләй, мөхәррир-википедиясылар кластан, мәктәптән тыш эшмәкәрлек өсөн тикшеренеүҙәрҙең яңы йүнәлештәрен тәҡдим итә. Шулай уҡ беҙ Stepik мәғариф платформаһында "Википедияға инеш" бушлай онлайн-курсы һәм «Рәсәй ирекмәндәре» порталы тураһында белдерҙек, уларҙа ирекмәндең электрон китабында Википедия материалдарын мөхәррирләүгә киткән ваҡытты иҫәпкә алырға мөмкин", — тине Рустәм Нуриев.

Форумда ҡатнашыусыларҙы Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова тәбрикләне.

"Беренсе сиратта Башҡорт википедияһын ойошторған, булдырған кешеләргә ҙур рәхмәт белдерәм. Рөстәм Нуриев, Гүзәл Ситдиҡова, Зәйтүнә Ниғмәтйәнова, Зөфәр Сәлихов, Ансар Нуретдинов һәм башҡа бик күптәр – нәҡ улар виртуаль энциклопедия эшен алып барған энтузиастар, – тине Эльвира Ринат ҡыҙы. – Һуңғы йылдарҙа Башҡорт википедияһы менән бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы араһында хеҙмәттәшлек, бәйләнеш һиҙелерлек әүҙемләште. Былтыр, Башҡорт тарихы йылында, башҡорт телендәге контенттың сифатын арттырыу, вики-проектҡа республиканың төрлө район-ҡалаларынан ғына түгел, Рәсәй төбәктәренән, башҡа илдәрҙән дә әүҙем кешеләрҙе йәлеп итеү маҡсатында викимарафон ойошторолдо.

Конкурстарҙы күп үткәрҙек, мәҫәлән, "Башҡорттар", "Тарихи Башҡортостан топонимияһы", "112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре", "Башҡорт википедияһының белешмә биттәре" һәм башҡалар. Шулай уҡ Рөстәм Нуриев бер нисә тапҡыр "Википедия: ҡыҫҡа таныштырыу курсы" онлайн сараларын уҙғарҙы.

Ағымдағы йыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы тип иғлан ителде. Уның методик белешмәләрендә Википедия тураһында ла мәғлүмәт бар: беҙ район-ҡала ҡоролтайҙарын виртуаль энциклопедия эшендә әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ, ошо фактор йылды йомғаҡлағанда иҫәпкә алынасаҡ.

Виртуаль энциклопедияны туған башҡорт телендә мәғлүмәт менән тулыландырыу буйынса эште артабан да әүҙемләштерергә, яңы авторҙарҙы йәлеп итергә кәрәк. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ярҙам итәсәк".

"Викимедиа РУ" коммерцияға ҡарамаған предприятиеһы директоры Владимир Медейко (Мәскәү) үҙ сығышында билдәләүенсә, донъя халыҡтары телдәрен, мәҙәниәтен һаҡлау мөһим һәм Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ағымдағы ун йыллыҡты "Донъя халыҡтары телдәре ун йыллығы" тип иғлан иткән. Төрлө телдәрҙәге википедиялар, шул иҫәптән башҡорт телендәгеһе лә, донъя халыҡтары мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.

Башҡорт википедияһының иң әүҙем авторҙарының береһе, билдәле шағирә, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова был йүнәлештә үҙ эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.

– Мин виртуаль энциклопедияла ун йыл элек теркәлдем. Ошо арауыҡта 22 756 статья ҡуйҙым. Ә унда башҡортса яҙмаларҙың дөйөм һаны алтмыш мең тирәһе. 4487 бит булдырҙым, 359 фото һалдым, 41 меңдән ашыу төҙәтмә индерҙем. Әүҙем хеҙмәттәшлек өсөн Википедия проектынан 32 тапҡыр рәхмәт белдерелде, – тип ҡыҫҡаса мәғлүмәттәр менән таныштырҙы Гүзәл Рамазан ҡыҙы.

Һис һүҙһеҙ, ул әүҙем генә түгел, иң грамоталы, яуаплы авторҙарҙың береһе. Көсөн, ваҡытын йәлләмәйенсә, проекттың яңы авторҙары менән төрлө мәғлүмәт ресурстарында тәжрибә уртаҡлашыуын дауам итә.

Күгәрсен районының Тәүәкән ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Гөлназ Сәлихова Википедия материалдарын дәрестәрҙә ҡулланыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. "Ул – уҡыусыларға мәғлүмәт еткереүҙең иң заманса, һөҙөмтәле алымы", – тип билдәләне педагог.

Бөрйән районынан уҡытыусы Әбделвәхит Мөхәмәтов та Башҡорт википедияһының әүҙем авторы булып тора. Ул айырым темалар буйынса статьяларҙың бүлектәрен киңәйтеү кәрәклеген әйтте, шулай уҡ әүҙемселәр араһында йәш авторҙар аҙлығына борсолоуын белдерҙе.

Башҡорт википедияһы тарихына килгәндә, 2005 йылдың апрелендә Википедияла билдәһеҙ автор-ирекмән тарафынан статья яҙыла. Ул «Башҡортостан» тип атала. Нәҡ ошо тәүге яҙманан башлана башҡорт телендәге бүлек тарихы. Хәҙер инде ул беренсе статья 118 телгә тәржемә ителгән. Ә Башҡорт википедияһы иң йылдам үҫешкән проекттарҙың береһе булып тора, 300 бүлек араһында тәүге 100-ө иҫәбендә. Башҡорт телендәге яҙмаларҙы ике миллиондан күберәк тапҡыр уҡығандар.

Ошо йылдарҙа ирекмәндәр йөҙгә ҡәҙәр етте. Башҡорт википедиясылары берләшмәһе ҡеүәтлелеге, әүҙемлеге менән айырылып тора, лидерлыҡ позицияһын биләй.

Былтыр ирекмәндәр республика Башлығы Грантына сараларҙы тормошҡа ашырыу буйынса ҙур эш башҡарҙы. Был аҡса Башҡортостандың Граждандар башланғыстарына булышлыҡ итеү фонды тарафынан республиканың дәүләт һәм халыҡтар телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелеп, субсидия формаһында бүленде. Статьяларға тематик конкурстар, яңы эш башлаған википедиясыларҙы уҡытыу ойошторолдо.

Әлеге форумда шулай уҡ Википедияның сифатлы һәм һанлы контентының, тематик бүлектәрҙең көнүҙәк проблемалары буйынса фекер алышыу булды, илдең төрлө төбәктәренән авторҙарҙы йәлеп итеү, республикалағы киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеште көсәйтеү мәсьәләләре ҡаралды.

Фото: "Башинформ".

Автор:Дилбәр Ишморатова
Автор:
Читайте нас: