Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
13 Февраль 2022, 10:35

Мауыҡтырғыс флешмобтарҙан ситтә ҡалмағыҙ!

Халыҡ-ара туған тел көнө уңайынан республика халыҡ ижады үҙәге ике мауыҡтырғыс флешмоб үткәрә. Ул 14-енән 21 февралгә тиклем дауам итәсәк.

«Моңло ла ул, бай ҙа...» ғаилә ижады флешмобы йыр-моңға маһир ғаиләләрҙе ҡатнашырға саҡыра.

Ҡатнашыу шарттары бик ябай:
–  ата-әсә һәм балалар бергәләп музыкаль сығыш әҙерләп, видеоға яҙҙырырға,

–  видеояҙманы «Бәйләнештә» йә Instagram социаль селтәрҙәрендәге сәхифәләрегеҙгә һалып,  #ФлешмобСемейногоТворчества #РЦНТРБУфа #МКРБ #РЦН рәсми хештэктар менән билдәләргә.

«Тылсымлы һүҙ» онлайн-квесында теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

Аҙна дауамында һәр көн һайын ҡатнашыусыларға йомаҡтар тәҡдим ителәсәк. Яуапты табып, һүрәт төшөрөргә һәм  #ВолшебноеСлово #ТылсылмлыҺүҙ #РЦНТРБУфа #МКРБ #РЦНТ хештектарын ҡуйып, социаль селтәрҙәргә һалырға кәрәк.
Һөҙөмтәлә барлыҡ уйынсыларҙың һүрәте бер видеоға тупланасаҡ һәм 21 февралдә республика халыҡ ижады үҙәгенең социаль селтәрҙәренә ҡуйыласаҡ.
Тәүге йомаҡ 14 февралдә ҡуйыласаҡ. Ошо һылтанма буйынса https://vk.com/rcntufa ҡарап, күҙәтеп барығыҙ.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.




Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
https://ye102.ru/articles/konkurs/2022-02-13/mauy-tyr-ys-fleshmobtar-an-sitt-alma-y-2690812?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816
Автор:
Читайте нас: