Бөтә яңылыҡтар
Телгенәм — бергенәм
7 Февраль 2022, 15:29

"Туған тел" төрлө телдәрҙә яңғыраясаҡ

Рәми Ғариповтың атаҡлы шиғырын республика халыҡтары телендә ишетергә мөмкин

"Туған тел" төрлө телдәрҙә яңғыраясаҡ
"Туған тел" төрлө телдәрҙә яңғыраясаҡ

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы бөйөк Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға һәм Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арнап, республика халыҡтары телдәрендә төшөрөлгөн видеороликтар әҙерләй. Унда шағирҙың "Туған тел" шиғырын төрлө милләт вәкилдәре уҡыясаҡ.


Проекттың продюсеры Наил Юнысов: "Төрлө халыҡ вәкилдәре видеоны яҙҙырыуға үҙ милли кейемендә килде, – тип һөйләй. – Телевизор ҡараусылар төрлө телдәрҙе ишетеп кенә ҡалмай, ә үҙенсәлекле милли кейемдәрҙе лә күрә ала. Беҙҙең проект – ул халыҡтар дуҫлығы сараһы, донъялағы бар телдәргә һәм мәҙәниәттәргә хөрмәт билдәһе. Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһынан, Халыҡтар дуҫлығы йортонан, БДУ һәм БДПУ-нан дуҫтарыбыҙ, фекерҙәштәребеҙгә ярҙамдары һәм уртаҡ эшебеҙ өсөн рәхмәт әйтәбеҙ".


Әйткәндәй, Башҡорт википедияһындағы 50-се, юбилей мәҡәләһе ошо шиғырға арналған. Украин википедисы Виктор Семенюк башҡорт телендә яҙған. "Туған тел"дең рус, белорус, украин һәм саха телдәренә тәржемәләре бар икәне билдәле. Быйыл исемлеккә ҡырғыҙ, төркмән, ҡаҙаҡ, удмурт, мари һәм башҡа телдәр өҫтәлде.
Тәржемәләрҙе профессиональ тәржемәселәр ҙә, һәүәҫкәрҙәр ҙә эшләгән. Күбеһе шиғырҙы үҙҙәре уҡый.


– Беҙҙең өсөн был мөһим проект. Төрлө милләт вәкилдәре, илдең төрлө төбәктәрендәге эксперттар менән кәңәшләшеп, Рәми Ғариповтың шиғырын туған телдәренә ауҙарҙы, тәржемәләр төрлө, һүҙмә-һүҙ яһалғандары, ирекле эшләнгәндәре лә бар, әммә мәғәнәһе бер: туған тел – донъялағы һәр халыҡтың төп ҡиммәте, – ти республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто вәкилдәре.


– Бик ҡыҙыҡлы эш булды. Ғәжәп, төрлө халыҡтар Рәми Ғариповтың был үлемһеҙ әҫәрен үҙҙәренеке кеүек яҡын күреп итеп ҡабул итә. Ул бөгөн дә һәр кемебеҙ өсөн көнүҙәк, – ти проект режиссеры Светлана Громова.


Ойоштороусылар проектты киңәйтергә лә уйлай. Билдәле башҡорт шағирәһе, журналист Лариса Абдуллина һүҙҙәренә ҡарағанда, "Туған тел"де төрлө телдәргә ауҙарыу – маҡтаулы эш, бөйөк шағирҙың 90 йыллыҡ юбилейы йылында ул киң ҡолас алырға тейеш.
– "Туған тел" – Шағирҙың кредо шиғыры, уның гражданлыҡ позицияһы, туған халҡына һөйөүе. Ошо шиғыр аша ул танылып тора, уның аша бөйөк. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәҙәниәт буйынса комиссияһы быйыл, Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы, ә Башҡортостанда башҡорт мәҙәниәте йылында, "Туған тел"де донъя халыҡтары телдәренә тәржемәләүҙе ойоштороп, "Туған тел" йыйынтығы сығарырға хәл итте. Фекерҙәштәребеҙ бар, байтаҡ шағир-тәржемәселәр ҙә проектта ҡатнашырға теләк белдерҙе, – тип хәбәр итә Лариса Абдуллина.


Шиғырҙың тәржемәләре БЮТ каналының социаль селтәрҙәрҙәге аккаунттарына ҡуйылған. Канал бар теләүселәрҙе акцияға ҡушылырға саҡыра.
Флешмобта, шулай итеп, теләгән бер кеше ҡатнаша ала. #МинеңРәми90 #РоднойЯзык2022 хэштегтарын ҡуйырға тәҡдим ителә.

Сығанаҡ: БЮТ.

Автор:Равиля Гатауллина
"Туған тел" төрлө телдәрҙә яңғыраясаҡ
"Туған тел" төрлө телдәрҙә яңғыраясаҡ
Автор:
Читайте нас: