Бөтә яңылыҡтар
Таланттар балҡышы
30 Сентябрь 2023, 09:00

Талантлы, арҙаҡлы, булдыҡлы

Харисовтар районыбыҙҙы йәмләп, данлап йәшәй

Талантлы, арҙаҡлы, булдыҡлы
Талантлы, арҙаҡлы, булдыҡлы

Районыбыҙҙан бик күп талантлы, билдәле шәхестәр сыҡҡан. Ағалы-һеңлеле Харисовтар нәҡ шундайҙарҙан. Улар барыһы ла районыбыҙҙың рухи һәм әхлаҡи үҫешенә, мәҙәни фонды байыуына, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә.
Кәшкәләү ауылында ғүмер иткән Харисовтар ғаиләһе районда ғына түгел, унан ситтә лә билдәле. Ғаилә башлығы Зөфәр Әғләм улы оҙаҡ йылдар ауыл Советы рәйесе, госстрах инспекторы вазифаларын башҡара, ә Бәхижәт Лотфулла ҡыҙы бар ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлай. Өлгөлө ғаиләлә дүрт ул, ике ҡыҙ үҫә.
Оло улдары Ринат — республикала һәм сит илдәрҙә билдәле рәссам. Ул 1953 йылда донъяға килә. Бәләкәй сағынан уҡ рәссам булырға хыяллана. Уның бер һүрәте хатта Ҡазанда сыҡҡан “Ялкын” балалар журналында донъя күрә.
Хыялын тормошҡа ашырыу өсөн Ринат башта Өфө педагогия училищеһының художество-графика факультетында белем ала, ә 1978 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының (хәҙер академия) художество бүлеген (хәҙер һынлы сәнғәт факультеты) тамамлай. Оҙаҡ йылдар М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультетында уҡыта, картиналар яҙа. 10 йылдан артыҡ Канаданың Торонто ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Бөгөн Төркиәлә һәм Өфө ҡалаһында йәшәй һәм ижад итә.
“Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы”, “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ. Ринат Зөфәр улы — Рәсәй рәссамдар союзы ағзаһы, “Туран” фондының беренсе премияһы лауреаты, “Сыңғыҙхан” ижади берекмәһенең сағыу вәкиле. Ул республика, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә әүҙем ҡатнаша, Ҡазан, Өфө ҡалаларында шәхси күргәҙмәләрен аса.
Ринат Харисов хәҙерге заман һынлы сәнғәтенең классигы тип һанала. Уның ижадының төп темаһы — халыҡ тормошо. Персонаждары күбеһенсә ауыл кешеләренән тора; сюжеттарында уларҙың көндәлек тормошоноң, ғөрөф-ғәҙәттәренең, йолаларының үҙенсәлектәре, еңелсә юмор (“Һағынғанда, ҡарарһығыҙ”, 2002), һағышлы хәтирәләр (“Бала сағымдағы кино”, 1985), хикәйәт, притча мотивтары (“Алһыу ат”, 1996; “Шишмә. Кәләш”, 1997) осрай. Рәссам үҙенең сюжеттарын һәм образдарын күңеленән, хәтеренән, бала саҡ хәтирәләренән ала, уларҙы ихлас һөйөү менән биҙәй, ә милли колорит булыуы әҫәрҙәренә һәр ваҡыт йылылыҡ, сағыулыҡ, ихласлыҡ бирә.
Бөгөн Ринат Зөфәр улының картиналары һынлы сәнғәтте етди баһалаусылар коллекцияларында һәм бик күп музейҙарҙа лайыҡлы урын биләй.
Харисовтарҙың икенсе улы Салауат, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иртә вафат була. Ул ғаиләлә иң талантлыһы булараҡ айырылып тора. Мәктәптә уҡығанда уҡ портреттар, шарждар эшләү менән мауыға. Өфө нефть-техник институтында уҡыған сағында гитарала уйнарға өйрәнә, үҙ аллы ноталарҙы үҙләштереп, көйҙәр яҙа башлай. Гитарала уйнап, йырҙарын сәхнәләрҙә башҡара, конкурстарҙа ҡатнашып, еңеү яулай. Шуға ла ул автор-башҡарыусы булараҡ әле лә халыҡ хәтерендә йәшәй. Салауат ике тиҫтәнән ашыу йыр авторы. Бер нисә йыры әле лә район Мәҙәниәт йорто артистарының репертуарында.
Ғаиләләге өсөнсө бала — Айрат Зөфәр улы Ҡазанда йәшәй, уникаль тальян-гармундар яһаусы оҫта булараҡ танылыу яулаған. Рәссам булырға теләгән егет Өфө дәүләт сәнғәт институтының һынлы сәнғәт-графика факультетында белем ала. “Тальян яһау” темаһына диплом эше яҙып, уны уңышлы яҡлай. Шул саҡта Айрат Зөфәр улының беренсе гармуны донъя күргән. Уға был эштә танылған гармун яһаусы Зидыяр Мөхәйәров ярҙам иткән. Айрат Харисов үҙенең остазын бик ҙур хөрмәт һәм рәхмәт менән иҫкә ала. “Тальян юғалырға тейеш түгел. Уны ҙур сәхнәгә күтәрергә кәрәк. Оҫталарға ғына түгел, үҙешсәндәргә лә. Уларға, билдәле, ярҙам итергә кәрәк. Райондарҙа төрлө байрамдар, конкурстар уҙып торһа, гармунда уйнарға өйрәнеүселәр оҫталыҡтарын башҡаларға күрһәтә алһа, тальян күтәрелеп китер ине”, — ти 30 йылдан ашыу гармун-тальяндарҙы төҙәтеүсе, яңыртыусы һәм яңы гармундар яһаусы оҫта яҡташыбыҙ.
Айрат Зөфәр улының фиҙаҡәр хеҙмәте лайыҡлы баһалана. Ул “Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемде йөрөтә.
Харисовтар ғаиләһендә иң кесеһе — Илгиз Зөфәр улы. Ул районыбыҙҙа билдәле кеше, талапсан етәксе, оҫта ойоштороусы, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусы ижади күңелле шәхес. Һөнәре буйынса ул да рәссам, 1986 йылда пединституттың художество-графика факультетын тамамлағас, Орск ҡалаһында һынлы сәнғәт уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Армия сафтарында хеҙмәт иткәндән һуң, Борайға ҡайтып, Пионерҙар йортонда эшләй. 1995 йылда — Баҡалы, ә 2003 йылда Яңы Таҙлар мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Илгиз Зөфәр улы мәктәптә һынлы сәнғәт профилле кластар асыуға ирешә. Ике уҡыусыһы ошо йүнәлештә уҡытыусы һөнәрен һайлап, художество-графика факультеттарын тамамлай.
Илгиз Зөфәр улы — юғары категориялы һынлы сәнғәт уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны, “Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре” тигән юғары исеме бар. Районда беренселәрҙән булып Рәсәй Федерацияһы Президентының “Иң яҡшы уҡытыусы” грантына лайыҡ була. 2010 йылда талантлы етәксене район мәҙәниәт бүлеге начальнигы вазифаһына тәғәйенләйҙәр. Илгиз Зөфәр улы был эште лә ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе булараҡ та халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлау һәм тергеҙеү буйынса ҙур эш алып бара.
Илгиз Зөфәр улы — илһамлы һәм хәстәрлекле хужа. «Россельхозбанк» бинаһының икенсе ҡатында картиналар һәм скульптуралар өсөн уңайлы һәм яҡты заллы, заманса яҡтыртылған һәм дизайны уйланылған галерея аса. Унда төрлө күргәҙмәләр ойоштора. Яңы Таҙлар мәктәбе директоры булған сағында ла, 2005 йылда, Бөтә донъя музейҙар көнөндә, Борай рәссамдары күргәҙмәһе менән мәктәп галереяһын тантаналы рәүештә асҡан була. Каталог та сығара.

Илгиз Зөфәр улының фәлсәфәүи лирика менән һуғарылған картиналары ла күргәҙмәләрҙә лайыҡлы урын алып тора.
Илгиз Зөфәр улы район мәҙәниәтен үҫтереүгә күп көс һала. Ике йыл рәттән ул етәкләгән район мәҙәниәт бүлеге Рәсәй Федерацияһы Президентының мәҙәниәт өлкәһендә бирелә торған биш грантын алыуға ирешә. Грантҡа бүленгән аҡсаға төрлө халыҡ-ара саралар ойоштора. Әле “Етендән күлдәккә тиклем” проектын тормошҡа ашыралар. Был проект 28 сентябрҙә етен фестивале менән тамамлана.
Июлдә илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгән рәссамдар һәм скульпторҙар ҡатнашлығында өсөнсө “Танып-һыу” арт-симпозиумы үтте. Уның нәтижәһе булып аҙна буйына эшләнгән эштәрҙән галереяла күргәҙмә асылды.
Мәҙәниәт бүлеге етәксеһенең киләсәккә пландары ҙур. Шуларҙың береһе — махсус хәрби операцияла һәләк булған Вадим Заһиров иҫтәлегенә 2024 йылдың майында “Берләшеү ритмында” тигән республика ҡалаҡсылар фестивален ойоштороу. Ә августа иһә 8-се “Йәйғор” балалар-үҫмерҙәр ижады республика фестивале уҙасаҡ. Был сараларҙы ойоштороуҙа ла уңыштар теләйек уларға.
Харисовтар ғаиләһендә дүрт малай янында ҡыйыу, зирәк булып үҫкән ике ҡыҙ ҙа Бөрө педагогия институтын тамамлап уҡытыусы һөнәрен һайлай. Миләүшә Зөфәр ҡыҙы Тәтешле районы Иҫке Ҡайпан ауылында йәшәй. 1980 йылдан алып физика уҡытыусыһы булып эшләй. 2003 йылдан мәктәп директоры вазифаһын ҙур яуаплылыҡ менән башҡарып, хаҡлы ялға сыға. Миләүшә Зөфәр ҡыҙы — районда абруй ҡаҙанған юғары категориялы физика уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны, “Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре” тигән исемде лайыҡлы йөрөтә. Матурлыҡҡа ғашиҡ Миләүшә апай ҙа оҫта рәссам, буш ваҡыттарында портреттар яҙа. Июнь-июль айҙарында Борайҙың “Танып-һыу” галереяһында шәхси күргәҙмәһе үтте. Үҙенең ижады менән райондаштарын да таныштырыу, Тәтешлелә шәхси күргәҙмәһен асыу пландары менән йәшәй бөгөн үҙешсән рәссам.
Зилә Зөфәр ҡыҙы иһә Иҫке Ҡарағош ауылында йәшәй. Урындағы мәктәптә инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Ул юғары категориялы инглиз теле уҡытыусыһы, “Уҡытыусы-методист”, хеҙмәт ветераны. Эшендә ирешкән уңыштары өсөн РСФСР Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән, “РСФСР мәғариф отличнигы” тигән маҡтаулы исеме бар.
Зилә Зөфәр ҡыҙы ла мәҙәниәткә ғашиҡ. Күп йылдар Кәшкәләү ауыл клубында агитбригада етәксеһе, драма коллективы режиссеры була, спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе башҡара. Ул етәкләгән драма коллективы район театр фестивапдәрендә ҡатнашып, призлы урындар яулай.
Зилә Зөфәр ҡыҙының тағы бер яратҡан шөғөлө — сценарийҙар яҙыу. Район мәғариф бүлеге үткәргән шәжәрә конкурстарында, ауыл мәҙәниәт йорттары араһында ойошторолған фольклор бәйгеләрендә ул әҙерләгән сценарийҙар һәр ваҡыт еңеүселәр рәтендә була.
Талантлы кеше бар яҡтан да талантлы, тиҙәр. Был һүҙҙәр тап Харисовтар тураһында әйтелгән кеүек. Улар ҙа фиҙаҡәр хеҙмәттәре, тыуған ерҙәренә файҙалы эштәре, яҡташтарына иғтибарлы, яғымлы мөнәсәбәттәре, күңел түренән сыҡҡан сағыу һәм үҙенсәлекле ижадтары менән яҡташтары ихтирамын ҡаҙанып, районыбыҙҙы данлап йәшәй.


Гөлназ Ханова.
Борай районы.

Талантлы, арҙаҡлы, булдыҡлы
Талантлы, арҙаҡлы, булдыҡлы
Талантлы, арҙаҡлы, булдыҡлы
Талантлы, арҙаҡлы, булдыҡлы
Талантлы, арҙаҡлы, булдыҡлы
Талантлы, арҙаҡлы, булдыҡлы
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: