Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Март , 11:00

Тәтешле районынан еңеү менән

Тәтешле районы Кесе Бәлзүгә ауылында СССР-ҙың спорт мастеры Ренат Ғәлләмшин иҫтәлегенә саңғы ярыштары ойошторолдо.

Тәтешле районынан еңеү менән
Тәтешле районынан еңеү менән

Спорт һөйөүселәр өсөн был ысын байрам булды. Унда ҡатнашыусылар үҙҙәренең физик әҙерлеген күрһәтте, көс һынашты һәм, әлбиттә, дуҫтары-таныштары менән аралашты.
Был ҙур спорт сараһынан балтастар ҙа ситтә ҡалманы. Район данын яҡлаусылар араһында тәжрибәле спортсылар ҙа, балалар ҙа бар ине. Һәр кем үҙ көсөн һынап ҡарарға, еңеүгә ынтылды.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса балтастар үҙ категорияларында юғары уңыштарға иреште: Фәнзәт Әхмәтов – беренсе, Эльвир Ризуанов, Амалия Ризуанова һәм Илсаф Шәрипов өсөнсө урын яуланы.
Еңеүселәр һәм призёрҙарға грамоталар, миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Бындай саралар спортты популярлаштыра, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалай һәм йәш быуынды спорт менән шөғөлләнергә дәртләндерә.

Фирғәт Нәбиуллин.

Автор:
Читайте нас