Йәнтөйәк
+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Спорт
31 Октябрь 2024, 09:35

Иң көслөләр билдәләнде

Балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереү төбәктең спорт сәйәсәтендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Һуңғы йылдарҙа балалар һәм йәштәрҙе спортҡа йәлеп итеү һәм һәләтле спортсыларға ярҙам итеү өсөн төрлө саралар күрелә.

Иң көслөләр  билдәләнде
Иң көслөләр билдәләнде

— Беҙҙең төп бурыстарҙың береһе — физкультураға һәм спортҡа мөмкин тиклем күберәк кешене йәлеп итеү. Шуға ла, ярыштарҙан тыш, масса күләм спортты үҫтереүгә ярҙам итәбеҙ, — тине төбәк етәксеһе Радий Хәбиров физик культура һәм спортты үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышында.

Балтас районында спортҡа иғтибар ҙур. Йыл әйләнәһенә төрлө саралар уҙа. Күптән түгел Иҫке Балтаста армрестлинг буйынса “Танып батыры” район турниры уҙҙы. Ул район мәғариф бүлеге һәм Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тарафынан ойошторолдо.
Турнирға бихисап халыҡ йыйылды. Райондың иң көслө ҡул көрәшселәре ярышты. Уларҙың күбеһе өсөн был спорт төрө мауығыу ғына түгел, ә сәләмәт йәшәү рәүеше лә. Рәсәй спорт мастеры Айваз Сафетдинов билдәләүенсә, ҡыҙҙар һәм егеттәр даими рәүештә шөғөлләнә, күнекмәләрҙе ҡалдырмай. Был, үҙ сиратында, төрлө дәрәжәләге ярыштарҙа еңеүгә ирешергә мөмкинлек бирә.
“Танып батыры”нда көрәш ҡыҙыу барҙы. 45 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Камил Ғәйниәхмәтов — 1-се, Руслан Талипов —2-се, Илнар Камалов — 3-сө;
55 килограмға тиклем — Асҡар Сәрүәртдинов — 1-се, Нияз Рамазанов — 2-се, Данил Ғәйниәхмәтов һәм Илмир Ғәлиев — 3-сө; 60 килограмға тиклем — Әмир Әхкәмов — 1-се, Илвир Әхәтов — 2-се, Камил Муллағәлиев һәм Риназ Хәсәнов — 3-сө; 70 килограмға тиклем — Максим Захаров — 1-се, Камил Йыһангиров — 2-се, Илмар Әхәтов 3-сө урын яуланы.
Был ярыш “Танып батыры” турнирының беренсе этабы булды. Тиҙҙән икенсе — район-ара уҙасаҡ. Унда ла балтастарҙың район данын лайыҡлы яҡлауҙарына шик юҡ.
— Әйе, Башҡортостанда спортҡа иғтибар ҙур. Республика Башлығы Радий Хәбиров физик культура һәм спорттың республика дәүләт сәйәсәтенең мөһим йүнәлеше булыуын һәр саҡ билдәләп тора. Был бик ҡыуаныслы, сөнки спорт менән шөғөлләнеү ихтыяр көсөн булдыра, түҙемлек һәм сыҙамлыҡ тәрбиәләй. Ә был хәҙерге заманда иң кәрәкле сифаттар. Беҙ ойошторған спорт сараларының маҡсаты һөҙөмтәләргә ирешеү генә түгел, ә тәү сиратта, сәләмәтлек, сәләмәт йәшәү рәүешен киң таратыу, һаулыҡты нығытыу, — ти Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры, гер спорты буйынса Рәсәй спорт мастеры Айваз Сафетдинов.

Фирғәт Нәбиуллин.

Автор:
Читайте нас: