Йәнтөйәк
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Июль , 11:00

Шахмат — тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө

Фәнзәүи Миңләхмәтов районда “тыныс” спорт төрөн популярлаштырыуға күп көс һала

Шахмат — тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө
Шахмат — тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө

Районыбыҙ спорт өлкәһендә һәр саҡ алдынғылар рәтендә, тиһәк һис яңылыш булмаҫ. Яратып уйнала торған уйындарҙың береһе — шахмат. Халыҡ-ара шахмат көнө уңайынан райондың иң көслө шахматсыларының береһе — Фәнзәүи Миңләхмәтов менән таныштырабыҙ.


60-сы йылдарҙа, мәҡәләм геройына 12-13 йәштәр тирәһе булғанда, Иҫке Яҡшый ауылы клубында ололарҙың шахмат, шашка уйнағанын ҡыҙыҡһынып күҙәтә, ә бер нисә айҙан үҙе лә тиҫтерҙәре менән уйнай башлай. Шул ваҡыттан шахмат уйынына ғашиҡ була. Халыҡта ундайҙар тураһында “шахмат ене ҡағылған”, тиҙәр.
— Шахмат — башты эшләтә, фекерләргә өйрәтә торған уйын. Элек-электән бөйөк сәйәхәтселәр, стратегтар уға өҫтөнлөк биргән. Шахмат тәрбиә сараһы булараҡ та файҙалы. Уйын фигураһына тотонғанһың икән — йөрө, ҡулыңды унан алһаң, йөрөш булған тип һанала. Был төп ҡағиҙә һәр эште тормошҡа ашырыр алдынан яҡшылап уйларға, һәр аҙымың өсөн яуап бирергә кәрәклеккә өйрәтә, — ти Фәнзәүи Миңләхмәтов.


Ә инде 14-15 йәштәрҙә ул ауыл китапханаһында шахмат теорияһына өйрәткән ике китап таба. Уларҙың бер битен дә ҡалдырмай уҡып сыға, үҙ аллы уйнарға өйрәнә. Тырышлыҡ һөҙөмтәһеҙ ҡалмай. Башта тиҫтерҙәренән, унан ололарҙан да өҫтөнөрәк була башлай шахмат уйыны таҡтаһында.


Юғары белемде райондашыбыҙ Бөрө дәүләт педагогия институтында ала. Уҡыу йорто командаһы составында бихисап ярыштарҙа ҡатнаша, тәжрибә туплай. Уҡыуын тамамлап районға ҡайтҡас, шахмат спортын популярлаштырыуға ныҡлап тотона ул. Төрлө дәрәжәләге шахмат һәм шашка уйындары буйынса ярыштар ойоштора. Элекке Пионерҙар йортонда дүрт йыл дауамында шахмат һөйөүселәрҙе берләштереп, шахмат түңәрәген етәкләй. Үҙе лә оҫталығын арттыра, 1978 йылда районда был спорт төрө буйынса чемпион була.
1982 йылда тормош елдәре Фәнзәүи Барый улын ғаиләһе менән Первоуральск ҡалаһына илтә. Унда ла шахмат донъяһында “ҡайнай” ул. 1983 йылда беренсе разрядлы шахматсы дәрәжәһен ала. Тыуған ере барыбер үҙенә тарта — 2002 йылда улар районға ҡайта. Әлеге көнгә тиклем Балтаста шахмат һәм шашка уйындарын популярлаштырыуға ҙур өлөш индергән шәхестәребеҙҙең береһе ул. Хаҡҡи Ғәлиев, Рәдиф Хәйруллин, Үлмәҫ Шакиров иҫтәлегенә һәм төрлө билдәле даталарға бағышланған турнирҙарҙы ойоштороуҙа күп көс һала Фәнзәүи Барый улы. Үҙе лә аҡлы-ҡаралы таҡта өҫтөндә “көрәш”тән ситтә ҡалмай.


— Хәҙер шахмат уйыны районда үткән ярыштар программаһының айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнеп бара, ҡатнашыусыларҙың да йылдан-йыл күбәйеүе ҡыуандыра. Бындай ярыштарҙы гел көтөп алам мин. Үҙе бер байрам кеүек. Иң-иңдәрҙе асыҡлауҙан, тәжрибә уртаҡлашыуҙан тыш бергә йыйылып, рәхәтләнеп аралашыуға ни етә, — ти остаз. — Шахмат уйыны һаулыҡҡа ла яҡшы йоғонто яһай, фекерләү, тормоштағы кеүек үк алдағы аҙымдарҙы планлаштырыу, уйлау һәләтен арттыра. Районда әлеге спорт төрө үҫеше туҡталмаһын, шөғөлләнеүселәр артһын ине, тигән теләктәмен.
Шахмат уйыны тормоштоң үҙе кеүек, тиһәк тә яңылыш булмаҫ. Таҡта өҫтөндәге фигураларҙы һаҡларға, яҡларға кәрәк. Был уйын даими камиллашыуҙы, яңы алымдар өйрәнеүҙе талап итә. Фигураларҙы күберәк юҡ итеүҙә түгел эш, ә матур итеп мат ҡуйыу бик мөһим.

Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас районы.

 

Автор:
Читайте нас: