Ҡариҙел ауылынан Шамил, Владислава, Эмиль, Камил һәм Ирина Солтановтар, шулай уҡ Лилиә Рожкова Рәсәй Президенты Владимир Путин старт биргән «Был беҙҙең ғаилә» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтеп, бай тәьҫораттар алып, ҡыҙыҡлы кешеләр менән танышып, белемдәрен байытып ҡайтты.
“Был беҙҙең ғаилә” Бөтә Рәсәй конкурсы – “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” Президент платформаһы проекты. Бәйге әүҙем тормош менән йәшәгән ғаиләләрҙе асыҡлау һәм ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота, дүрт кешенән алып кәм тигәндә өс быуын (балалар, ата-әсә, олатай-өләсәй) вәкилдәре ҡатнашыуҙы шарт итеп ҡуя.
30 майҙан 2 июнгә тиклем Солтановтар Өфөлә ВДНХ-ЭКСПО-ла Иҙел буйы федераль округының 14 төбәк вәкилдәре менән бергә округ ярым финалында ҡатнаша. Улар конкурс биремдәрен — интеллектуаль, спорт һәм ижади һынауҙарҙы лайыҡлы үтә, байтаҡ ҡыҙыҡлы кешеләр менән таныша, лекциялар тыңлай, оҫталыҡ дәрестәре ҡарай, экскурсияларға бара. Йомғаҡлау сараһында уларға ҡатнашҡан өсөн Грамота тапшырыла.
Ғаилә йылына арналып ил кимәлендә ойошторолған ошондай ҙур конкурста үҙҙәренең көсөн һынаған Солтановтарға һәм Рожковтарға, афарин, тибеҙ һәм киләсәктә лә яңы еңеүҙәр һәм уңыштар теләйбеҙ!
Лилиә Бәҙретдинова.