Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Сентябрь 2023, 09:00

Маҡсатына ҡыйыу аҙымдар менән барыусы тренер

 Балтас районы  “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексының армрестлинг буйынса тренеры Радим Нурғәлиев уңыштары менән һоҡландыра.

Маҡсатына ҡыйыу аҙымдар менән барыусы тренер
Маҡсатына ҡыйыу аҙымдар менән барыусы тренер

Республикала “Ауыл тренеры” проекты ғәмәлгә ашырыла. Быйылдан башлап ауыл тренерҙарына түләүҙәр бер миллион һум тәшкил итә. Ошондай сертификаттарҙың береһенә Балтас районы егете — “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексының армрестлинг буйынса тренеры Радим Нурғәлиев эйә булды.

Радим Радик улы “Йәшлек” комплексында асылғандан башлап эшләй. Башта — спорт буйынса инструктор, артабан армрестлинг буйынса тренер булараҡ.
Иҫке Балтас ауылы егете 1-се урта мәктәпте тамамлап, Нефтекама ҡалаһындағы машина төҙөү колледжына уҡырға инә.
Мин 5-се кластан спорт менән ныҡлап шөғөлләнә башланым. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә районда гер спортын популярлаштырыуға күп көс һалған Рәсәй спорт мастеры Айваз Сәфетдинов етәкләгән секцияға йөрөнөм. Спорт донъяһына беренсе аҙымдарым ошонда башланды, — тип һөйләй Радим Радик улы.
Нефтекама уҡыу йортонда белем алған ваҡытта ла спорт менән шөғөлләнеүен ташламай ул. Төрлө дәрәжәләге ярыштарҙа ҡатнашып, уңыштарға ирешә. Беренсе курста уҡ гер буйынса “Спорт мастеры кандидаты” исемен алыу бәхетенә ирешә.

Тулыраҡ "Йәнтөйәк" гәзитенең 27 сентябрҙә сығасаҡ 18-се һанында уҡый алаһығыҙ.


Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас районы.

Маҡсатына ҡыйыу аҙымдар менән барыусы тренер
Маҡсатына ҡыйыу аҙымдар менән барыусы тренер
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: