Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Июль 2023, 11:00

Тренерҙар бер миллион һум аласаҡ

“Һәр эштә үҙ һөнәренең оҫталары алтынға бәрәбәр”.

Тренерҙар бер миллион һум аласаҡ
Тренерҙар бер миллион һум аласаҡ

Быйыл Башҡортостандың Спорт министрлығы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Тап ошо йылда дәүләт спорт стипендиялары һәм республика спорт премияһы булдырылды.

“2020 йылда ауыл спорты үҫеше өсөн, илдә беренселәрҙән булып, “Ауыл тренеры” проектын сафҡа индерҙек. Ул иң шәп тәжрибәләрҙең береһе булды - 25 төбәктә тиерлек ҡабул ителгән. Проектҡа ярашлы, 103 тренер ярҙамдан файҙаланды. Быйыл бер миллион һумлыҡ түләүҙәрҙе тағы 55 тренер аласаҡ”, – тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Премьер-министрҙың хәбәр итеүенсә, был программа халҡы 100 меңдән ашыу булған ҡалаларҙа ғәмәлдә түгел, шуға былтыр республика Башлығы ҡарамағындағы Физик культура һәм спорт мәсьәләләре буйынса совет кәңәшмәһендә “Ҡала тренеры” проектын сафҡа индерергә ҡарар ителгән.

Һөҙөмтәлә, проектҡа ярашлы, түбәндәге тренер-уҡытыусылар түләүҙәрҙе алыу хоҡуғына эйә:

* республикала биш йылдан күберәк йәшәүселәр һәм торлаҡ бинаһына мохтаж булғандар сиратында тороусылар;

* 2023 йылдың 1 ғинуарынан һуң башҡа төбәктәрҙән килгәндәр һәм Башҡортостандың Спорт министрлығы тарафынан раҫланған спорт ойошмаларында талап ителгән вазифалар реестрына ингән спорт төрҙәре буйынса эшләгән тренер-уҡытыусылар.

Түләүҙәрҙе торлаҡ, торлаҡ йортон төҙөүгә ер участкаһын һатып алыуға, ипотеканы түләүгә һәм торлаҡ йорт төҙөүгә файҙаланырға мөмкин.

“Һәр эштә үҙ һөнәренең оҫталары алтынға бәрәбәр. “Ҡала тренеры” программаһы ла әйҙәүсе тренерҙарҙың Башҡортостанда ҡалыуына стимул һәм өҫтәмә рәүештә юғары квалификациялы белгестәрҙе йәлеп итергә булышлыҡ итер, тип ышанам. Йыл һөҙөмтәләре буйынса Спорт министрлығына проекттың тормошҡа ашырылыуы тураһындағы мәғлүмәтте бирергә ҡуштым”, – тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Андрей Назаров.

Сығанаҡ, фотолар: vk.com/agnazarov?w=wall555400080_7742

Тренерҙар бер миллион һум аласаҡ
Тренерҙар бер миллион һум аласаҡ
Автор:
Читайте нас: