Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Июль 2023, 09:00

“Һаулыҡ — ҙур байлыҡ”

Фәнис Шәйхинуров үҙ өлгөһөндә сәләмәт тормошто пропагандалай

“Һаулыҡ — ҙур байлыҡ”
“Һаулыҡ — ҙур байлыҡ”

Кеше һаулығы — тормошта иң мөһим ҡиммәт. Уны бер ниндәй аҡсаға ла һатып алып булмай, сәләмәтлекте һаҡларға һәм нығытырға кәрәк. “Әүҙем һәм сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу һәр кеше өсөн мөһим”, – ти Борай ауылында йәшәүсе Фәнис Сифат улы Шәйхинуров.

— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр сәләмәт йәшәү рәүешенең иң ябай нормаларын үтәмәй. Ҡайһы берҙәре ваҡытынан алда ҡартайыуға сәбәпсе аҙ хәрәкәтсәнлек ҡорбаны була, башҡалары артығын ашау яғын ҡарай. Был осраҡтарҙа һимереү, ҡан тамырҙары склерозы, ә ҡайһы берҙәрендә шәкәр диабеты барлыҡҡа килә. Өсөнсөләре ял итә, эш һәм көнкүреш мәшәҡәттәренән арына белмәй, мәңге борсоулы, асыулы, йоҡоһоҙлоҡтан яфалана. Был, ахыр сиктә, күп һанлы эске ағзалар ауырыуҙарына дусар итә. Әммә, иң ҡыҙғанысы шунда, кешеләр шуларҙы белә тороп та сәләмәт йәшәү юлына баҫмай, һаулығын ҡайғыртмай. Уның ҡиммәтен күптәр юғалтҡандан һуң ғына аңлай.
Минең өсөн сәләмәт йәшәү рәүеше ул — тәү сиратта, дөрөҫ туҡланыу, һәр ваҡыт хәрәкәттә булыу, насар ғәҙәттәрҙән баш тартыу, спорт менән шөғөлләнеү һәм гигиенаны һаҡлау. Шулай уҡ кешенең һаулығына уның эмоциональ торошо ла йоғонто яһай. Шуға күрә ныҡлы ғаиләң һәм уңышлы эшең булыуы ла тормошта ҙур роль уйнай. Биология уҡытыусыһы булараҡ, уҡыусыларға дәреслектән биргән белемдәрҙе һәр ваҡыт көндәлек тормош менән бәйләргә тырышам. Улар уны йәшәйештә ҡуллана белергә тейеш, – ти Фәнис Сифат улы.
Фәнис Сифат улы сәләмәт тормош алып барыу буйынса уҡыусыларына яҡшы өлгө булып тора. Ҡышын саңғы ла шыуһа, йәйен йүгерә.
Фәнис Шәйхинуров — үҙ фәнен яҡшы белгән, балаларға төплө белем биргән тәжрибәле уҡытыусыларыбыҙҙың береһе. Уҡыусыларының биология фәне буйынса йыл һайын район олимпиадаларында еңеүе, республика олимпиадаһында тиҫтәнән артыҡ призеры булыуы, 40-тан ашыу уҡыусыһының төрлө төбәктәрҙә медицина институттарында, училищеларҙа тырышып уҡыуы уның фиҙаҡәр хеҙмәтен дәлилләй. Һайлаған һөнәренә бар тырышлығын һалған уҡытыусы Рәсәй Федерацияһының Мәғәриф министрлығы, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың һәм район хакимиәтенең Почет грамоталарына һәм Рәхмәт хаттарына лайыҡ.
— Мин һәр ваҡыт уҡыусыларыма: “Сәләмәт йәшәү рәүеше беҙгә маҡсаттарыбыҙҙы, пландарыбыҙҙы уңышлы тормошҡа ашырырға, ауырлыҡтарҙы, әгәр кәрәк булһа, ғәйәт ҙур йөкләмәләрҙе лә еңеп сығырға ярҙам итә”, — тип һөйләйем. Кешегә ныҡлы һаулыҡ оҙон һәм шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай тормош алып барырға мөмкинлек бирә. Беҙ — үҙ һаулығыбыҙҙы булдырыусылар. Сәләмәт булыу өсөн түбәндәге нормаларҙы үтәү мөһим: көндөҙгө биоритмға ярашлы хеҙмәт, ял, йоҡо режимы; спорттың уңайлы төрҙәре менән шөғөлләнеүҙе, һауыҡтырыу йүгереүен, саф һауала йөрөүҙе үҙ эсенә алған әүҙем хәрәкәт.
Тормоштан йәм һәм тәм табып, һәр нәмәлә яҡшылыҡ күреп йәшәргә кәрәк. Шул саҡта бөтә кире хис-тойғолар, шулай уҡ ауырыуҙар һеҙҙе ташлап китәсәк. Иң мөһиме — күңел һаулығы. Үҙ-үҙеңә ситтән ҡарап, уңышһыҙлыҡтарыңды үткәреп ебәреү һәләте нерв сирҙәренән ҡотҡара. Артыҡ етдилек тә зыян килтерә. Яҡшы һауа торошона, ҡыҙыҡлы кеше менән аралашыуға, эштәге уңыштарға шатланырға өйрәнегеҙ. Яҡындарыбыҙ һәм ҡәҙерле кешеләребеҙ менән осрашҡанда, айырылышҡанда ныҡлы һаулыҡ теләйек, сөнки был — тулы һәм бәхетле тормоштоң нигеҙе. Һәр ваҡыт ҡәнәғәт булып, тормоштан ыңғай тойғолар ғына алып йәшәйек. Ә шатлыҡ өсөн сәбәп һәр ваҡыт табыла, — тип тормош тәжрибәһе, кәңәштәре менән бүлеште Фәнис Шәйхинуров.

Гөлназ Ханова.

Борай районы.

“Һаулыҡ — ҙур байлыҡ”
“Һаулыҡ — ҙур байлыҡ”
Автор:
Читайте нас