Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Март 2023, 09:09

74 йәшендә... шпагатҡа ултыра!

Ауыл төркөмөндә инәй тураһында ниҙәр яҙҙылар?    

74 йәшендә... шпагатҡа ултыра!
74 йәшендә... шпагатҡа ултыра!

Асҡын районының Ҡашҡа ауылында йәшәгән Мәүзә Латипованы был төбәк халҡы оҫта ҡуллы тегенсе, шәп баҡсасы, бәйләм оҫтаһы, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашҡан тынғыһыҙ йәнле ағинәй тип белә. Быларҙан тыш, Мәүзә инәйҙең тағы бер һоҡланғыс шөғөлө бар – ул спорт менән дуҫ.

“Ҡашҡа – айыҡ ауыл” төркөмөндә Мәүзә Латипова бына нимә тип яҙҙылар.

“Ҡашҡа ауылында йәшәүсе Мауза инәй Латипованы тирә-яҡта белмәүселәр һирәк. Бик оҙаҡ йылдар ауылдаштарын матур кейемдәр тегеп ҡыуандыра ул. Башҡа төбәктәрҙән дә күлдәк йә тун тектерергә үтенеп килгәндәрҙең үтенесен кире ҡаҡмай эшләй. Әле лә тик ултыра белмәй Мәүзә Фәйзелғаян ҡыҙы – яңыраҡ ҡына ағинәйҙәр төркөмөнә матур күлдәктәр тегеүҙе ойошторҙо.

Бәйләм эше, баҡса үҫтереү, сараларҙа әүҙем ҡатнашыуы – былар барыһы ла инәйҙең тормошҡа һәм кешеләргә булған сикһеҙ яратыуы сағылышы.

Мәүзә инәйҙең тағы ла бер шәп сифаты – спорт менән дуҫлығы.

“Сәләмәт тормоштоң нигеҙе – хәрәкәт”, - тип йәшәй Мәүзә ағинәй. Балаларҙы ла, йәштәрҙе лә физкультура, гимнастика менән шөғөлләнергә өндәй.

Ә күптән түгел 74 йәшлек Мәүзә Фәйзелғаян ҡыҙы телевизон тапшырыуҙа сығыш яһап, бөтә Башҡортостан халҡын.... шпагатҡа ултырып шаҡ ҡатырҙы! Видеоны ҡарағыҙ әле. Һоҡланғыс бит!

Эй, афарин да инде! Бөтә ауылыбыҙ менән үрнәк алабыҙ Мәүзә инәйҙән! Сәләмәтлек һәм именлек теләйбеҙ хөрмәтле ағинәйебеҙгә”, - тип яҙҙы Ҡашҡа ауылы әүҙемселәре.

Беҙ ҙә оҫта ҡуллы, тормош йәмен татып йәшәгән хөрмәтле ағинәйгә һаулыҡ, бәрәкәтле ғүмер теләйбеҙ.

Фото: askino.info

Видео: vk.com/club217813057

 
74 йәшендә... шпагатҡа ултыра!
74 йәшендә... шпагатҡа ултыра!
74 йәшендә... шпагатҡа ултыра!
Автор:
Читайте нас: