Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Март 2023, 10:00

Хоккей үҫмерҙәрҙән ысын ир-егет яһай

Балтаста хоккей менән шөғөлләнеү өсөн барлыҡ шарттар ҙа бар

Хоккей үҫмерҙәрҙән ысын ир-егет яһай
Хоккей үҫмерҙәрҙән ысын ир-егет яһай

Балтастар араһында хоккей бик популяр. Һәр спорт төрө кеүек ул шөғөлләнеүселәрҙә тәртипте, ихтыяр көсөн, команда рухын, ғәҙеллек һәм башҡаларға хөрмәт хисен тәрбиәләй. Ҡыҫҡаһы, хоккей үҫмерҙәрҙән ысын ир-егет яһай, тиһәк тә була. Балтас районы халҡы төрлө дәрәжәләге юғары еңеүҙәргә ирешкән “Танып” хоккей командаһы менән лайыҡлы ғорурлана. Команданың уңыштары һәм киләсәккә пландары тураһында “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексының хоккей буйынса тренеры Евгений Шәйәхмәтов менән әңгәмәләштек.
Евгений Генадьевич районда үткән йылдың август айынан башлап эшләй. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә уның тәрбиәләнеүселәре республика, төбәк-ара ярыштарҙа ҙур уңыштарға ирешеп өлгөрҙө.
Евгений Шәйәхмәтов — профессиональ хоккейсы. Нефтекама ҡалаһы егете спорттың был төрө менән ете йәштән мауыға башлай. Ә инде 11-се класта уҡығанда контракт төҙөп, ҡаланың төп хоккей командаһы “Торос”та уйнай башлай. 2012 йылға ҡәҙәр профессиональ хоккейсы була. Артабан Дүртөйлөлә Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер булып эшләй. Ә инде 2022 йылдан Иҫке Балтаста “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексында хеҙмәт юлын дауам итә.
— Минең тренер булараҡ төп бурысым — балаларҙы хоккейға ылыҡтырыу, — ти Евгений Шәйәхмәтов. — Популярлығы буйынса был уйын донъяла иң мауыҡтырғыс спорт төрҙәренең бишлегенә инә. Йәш балтастарҙың да был уйын менән теләп шөғөлләнеүен күреү — үҙе бер ҡыуаныс. Тренировкалар ваҡытында улар күнекмәләргә етди ҡарай, хоккей менән бәйле бик күп һорауҙар бирә.
— Хоккей уйынының ниндәй нескәлектәре бар?
— Хоккей уйнарға өйрәнеү еңел эш түгел. Бында бик күп нескәлектәргә эйә булырға кәрәк: конькиҙа оҫта итеп хәрәкәт итеүҙе, уйын ҡағиҙәләрен белеү, махсус таяҡ менән эш итеүҙе белергә кәрәк. Спорт оҫталығы ике осраҡта камиллаштырыла — спортсылар даими рәүештә шөғөлләнгәндә һәм ярыштарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге булғанда. Ә беҙҙә бындай мөмкинлектәрҙең барыһы ла бар. Күнекмәләрҙе хоккейсылар ҡалдырғаны юҡ. Шуға күрә беҙ ярыштарҙан призлы урынһыҙ ҡайтмайбыҙ.
— Евгений Генадьевич, һуңғы ярыштар тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине.
— Чайковский ҡалаһында 2007-2010 йылда тыуған малайҙар командалары араһында шайбалы хоккей буйынса Анатолий Тарасов исемендәге “Алтын шайба” клубы призына турнир үтте. Юғары дәрәжәлә үткән бәйгелә “Танып” командаһы барлыҡ өс уйынды ла яҡшы уйнап, 2-се урын яуланы.
Ғинуар айында Удмуртия Республикаһына барҙыҡ. Камбарка ҡалаһында төбәк-ара иптәштәрсә турнир үтте. Ҡыҙыу һәм көсөргәнешле уйындарҙа 2-се урынға сыҡтыҡ. Шулай уҡ Кәрим Хәйруллин — “Иң яҡшы һөжүм итеүсе”, ә Амалия Хәкимова “Тамашасылар һөйөүе призы” номинацияларында еңеү яуланы. Артабан ғинуарҙа “Саҡмағош-Арена” боҙ шыуғалағында 2010-2011 йылғы йәш хоккейсылар араһында “Алтын шайба” республика турнирының финал ярыштары үтте. Ҡыҙыу уйындар ике көн дауам итте. Турнир һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең “Танып” командаһы өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Февралдә Иҫке Балтаста Данир Карамов иҫтәлегенә асыҡ турнир үтте. Бында Балтас, Борай һәм Ҡуйыҙанан “Механик” командалары көс һынашты. Еңеү өсөн көрәш ҡыҙыу барҙы. Барлыҡ командалар үҙҙәренең ярышташтарын еңергә, уларҙың ҡапҡаларына мөмкин ҡәҙәр күберәк шайба индерергә тырышты. Һөҙөмтәлә беҙҙекеләр 1-се урын яуланы. Икенсе урынды — “Механик”, өсөнсө урынды Борай районы командаһы алды.
Иҫке Балтаста XXXI Ауыл спорт уйындары чемпионаты сиктәрендә төбәк ярыштары үтте. Был этапта Балтас, Борай, Ҡалтасы, Ҡариҙел һәм Тәтешле райондары командалары ярыштарҙың ярым финал этабына сығыу өсөн оҫталыҡта көрәште. Нәтижәлә Ҡариҙел һәм Балтас районы командалары хоккей буйынса Ауыл спорт уйындарының ярым финалына сыҡты. Артабан беҙҙең район командаһы Дыуан районының Мәсәғүт ауылында үткән ярым финал ярыштарында ҡатнашты. Бында улар ярыш хужаларын еңеп, финалға сыҡты. Март айында финал ярыштары булырға тейеш. Унда ла һынатмаҫтар беҙҙекеләр.
— Ярыштар алдынан ниндәйҙер үҙенсәлекле традицияларығыҙ бармы?
— Һәр команданың ундай традициялары бар инде. Һис шикһеҙ, һәр уйын алдынан өгөт-нәсихәт, үҙебеҙгә генә хас билдәле һүҙҙәр ҡысҡырыу, ә уйындан һуң йомғаҡ яһау. Булған тиклем мин ярыш ваҡытын видеоға төшөрөргә тырышам. Икенсе көндө барыбыҙ ҙа йыйылып, видеоны ҡарап, анализ яһайбыҙ, хаталарҙы тикшерәбеҙ. Тренировкалар шул хаталарҙы бөтөрөү өсөн үткәрелә.
— Район эсендә лә хоккей буйынса бәйгеләр үтәме?
Эйе, ярыштар бит гел булмай. Шуға күрә районда ла даими рәүештә төрлө саралар үтә. Миҫал өсөн, күптән түгел генә Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбенең боҙ майҙансығында Совет ғәскәрҙәренең Афғандан сығарылыуына 34 йыл тулыуға һәм геройҙарса һәләк булған Иҫке Ураҙай ауылы егете Фиданис Ғәлимовты иҫкә алыуға арналып хоккей турниры үтте. Ҡыҙыу боҙҙа хоккей ветерандары һәм үҫмерҙәр командалары көс һынашып, матур уйын күрһәтте. Һөҙөмтәлә 5:3 иҫәбе менән үҫмерҙәр командаһы еңеү яуланы.
Шулай уҡ балаларҙың ата-әсәләре лә ситтә ҡалмай. Атайҙар һәм балалар араһында ярыштар, башҡа төрлө уйындар ойошторабыҙ. Бындай саралар барыбыҙҙы ла берләштерә.
— Боҙ өҫтөндә төрлө хәлдәр булырға мөмкин. Балаларҙың сәләмәтлеген һаҡлау тураһында ла әйтеп үтһәгеҙ ине.
Эйе, йәш хоккейсыларҙың боҙ өҫтөндә имгәнеүҙәрен булдырмау даими иғтибар үҙәгендә, сөнки конькиҙа шыуырға өйрәткәндә балалар йыш ҡына боҙға йығылырға, сәкән менән яңылыш башҡа уйынсыға бәрелергә йәки шайба эләгеп имгәнергә мөмкин. Был осраҡтарҙа баланың сәләмәтлеген һаҡлап ҡалырға ярҙам итә торған дөрөҫ һайланған экипировка һәм хоккей инвентары мөһим роль уйнай. Барлыҡ экипировка булһа ғына боҙға сығырға ярай.
— Евгений Генадьевич, алда ниндәй пландар тора?
— Ирешелгән уңыштарыбыҙ шатландыра. Тимәк, беҙ дөрөҫ юлда. Алда тағы ла ҙурыраҡ бурыстар тора. Теләге булған һәр кемгә беҙ шат. Хоккей менән шөғөлләнеү һәм бейек үрҙәр яулау өсөн барлыҡ шарттар ҙа бар. Теләк кенә булһын. Бергә һәм берҙәм булғанда һөҙөмтәләр ҙә оҙаҡ көттөрмәҫ.

 

Фирғәт Нәбиуллин.

Хоккей үҫмерҙәрҙән ысын ир-егет яһай
Хоккей үҫмерҙәрҙән ысын ир-егет яһай
Автор:
Читайте нас: