Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Февраль 2023, 10:33

Балтас каратистары булдыра!

Бөрө ҡалаһында дүрт йәштән өлкәнерәк малайҙар араһында каратэ (киокусинкай) буйынса асыҡ ярыштар үтте.

Балтас каратистары булдыра!
Балтас каратистары булдыра!

Унда Бөрөнән, Балтас һәм Мишкә райондарынан 65-тән артыҡ спортсы ҡатнашты.
Балтас районынан ярыштарҙа тренер Евгений Андреев етәкселегендә “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексы тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. Бәйге юғары дәрәжәлә уҙҙы һәм барлыҡ ҡатнашыусыларға ысын спорт байрамы бүләк итте.
Үҙ категорияларында 1-се урынды Раил Камилйәнов, Рәнис Камилйәнов, Рияз Вәлиев, Эмиль Ғилметдинов яуланы. 2-се урынға Артур Әхмәтшин, Алмаз Нурҡаев, Илнар Фәйзрахманов сыҡты. 3-сө урынға Фларис Ғәлләмов, Булат Фазылбәков, Радим Ғарипов лайыҡ булды.
Йәш спортсыларыбыҙҙы уңыштары менән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә юғарыраҡ еңеүҙәр теләйбеҙ!


Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас каратистары булдыра!
Балтас каратистары булдыра!
Балтас каратистары булдыра!
Балтас каратистары булдыра!
Балтас каратистары булдыра!
Балтас каратистары булдыра!
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: