Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Февраль 2023, 15:02

Чемпиондар һәм тренерҙарға – стипендиялар!

Чемпиондарға – 30 мең һум, көмөш награда алыусыларға – 25 мең һум, бронза миҙалдарға лайыҡ булыусыларға 20 мең һум күләмендә спорт стипендиялары тәғәйенләнә.

Чемпиондар һәм тренерҙарға – стипендиялар!
Чемпиондар һәм тренерҙарға – стипендиялар!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһының йыйылма командалары составында олимпия, паралимпия, сурдлимпия уйындары еңеүселәренә, призерҙарына, шулай уҡ уларҙың тренерҙарына Башҡортостан Республикаһының дәүләт спорт стипендияларын булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Был турала ул бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе ваҡытында иғлан итте.

Чемпиондарға – 30 мең һум күләмендә, көмөш награда алыусыларға – 25 мең һум, бронза миҙалдарға лайыҡ булыусыларға 20 мең һум күләмендә спорт стипендиялары тәғәйенләнә. Тренерҙарға – тәрбиәләнеүселәренең стипендия күләменән 50 процент.

– Был беҙҙең республикабыҙҙың бөйөк спортсыларына рәхмәт әйтеү буласаҡ, – тине Радий Хәбиров.

Фото: sakhalinmedia.ru

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2023-02-13/chempiondar-m-trener-ar-a-stipendiyalar-3140986
Чемпиондар һәм тренерҙарға – стипендиялар!
Чемпиондар һәм тренерҙарға – стипендиялар!
Автор:
Читайте нас: