Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Ғинуар 2023, 09:32

“Спорт – минең йәшәү сығанағым”

Тулыраҡ:

“Спорт – минең йәшәү сығанағым”
“Спорт – минең йәшәү сығанағым”

Ләйлә Вилдар ҡыҙы Шаһисолтанова — Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынан. Аҡбаш ауылы урта мәктәбендә белем алған. Бирелә билдәле спортсылар ҙа уҡыған. Уларҙың береһе бер нисә рекорд ҡуйып, Гиннесс китабына ингән Эльбрус Ниғмәтуллин булһа, икенсеһе – еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең титуллы спортсыһы Евдокия Букина. Эльбрус Ниғмәтуллин Рәсәй спортсыһы, билдәле йәмәғәт һәм сәйәсәт эшмәкәре, пауэрлифтинг һәм армрестлинг буйынса спорт мастеры, 2005 йылда “Планетаның иң көслө кешеһе” ярышы финалсыһы була.
Ләйләнең спортҡа килеүе иһә саңғы шыуыуҙан башлана. Ул мәктәп һәм район кимәлендә үткән ярыштарҙа призлы урындар ала. Саңғыла йөрөү менән шөғөлләнеп, башҡа спорт төрҙәре менән дә мауығып китә, сөнки саңғы шыуыу уның холҡона нигеҙ һала. Тренеры Руслан Даян улы Йәнбирҙин тәү башлап Ләйләне Силәбе өлкәһенә һәм Златоуст ҡалаһына ярыштарға йөрөтә башлай.
Бөрө ҡалаһына уҡырға ингәс, икенсе йыл инде Ләйлә тәжрибәле, юғары категориялы тренер Радамир Миңлеғәлим улы Миңебаев етәкселегендә профессиональ гер спорты менән шөғөлләнә. Йәш спортсы шулай уҡ мас-рестлинг буйынса Башҡортостандың йыйылма командаһына инә. Был яңы спорт төрөн күбеһе ишеткәне юҡтыр әле. Мас-рестлинг — яҡуттарҙың милли спорт күренеше, ул таяҡ тартыу традицион уйынынан барлыҡҡа килгән. Үткән яҙ был спорт төрө буйынса Сыуашстан Республикаһында үткән ярышта ҡатнашып, Ләйлә бронза миҙалға лайыҡ булды. Ул Бөтә Рәсәй ярыштары еңеүсеһе лә. Рәсәй студенттарының Санкт-Петербург ҡалаһында үткән бәйгелә үҙ категорияһы буйынса 1-се урын яуланы. Мас-рестлинг буйынса «Спорт мастеры кандидаты» тигән исем дә алған. Әлеге көндәрҙә Ләйлә төрлө ярыштарҙа ҡатнаша. Уға ныҡлы һаулыҡ, һынмаҫ рух, аҡ юлдар теләйбеҙ.


Руфина САФИНА.

“Спорт – минең йәшәү сығанағым”
“Спорт – минең йәшәү сығанағым”
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: