Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Ғинуар 2023, 09:00

Ҡариҙелдән – Ағиҙелгә!

Түбәнге Балмазы ауылында йәшәүсе хаҡлы ялдағы Йәмлиғә Нуртдинова өсөн дә уҙып барған йыл бик иҫтәлекле була.

Ҡариҙелдән – Ағиҙелгә!
Ҡариҙелдән – Ағиҙелгә!

Ул “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты сиктәрендә оло йәштәгеләрҙең һаулығын нығытыуға, социаль әүҙемлек осорон оҙайтыуға йүнәлтелгән сарала ҡатнашҡан. Райондың пенсионерҙар командаһы менән Йәмлиғә Ғәбделфаяз ҡыҙы Ағиҙел ҡалаһында үткән спорт бәйгеләрендә ҡатнашҡан. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, сәләмәт тормош алып барыу мөмкинлеген раҫлап, Ҡариҙел пенсионерҙары икенсе урын яулаған. Был еңеүҙә Йәмлиғә Нуртдинованың да өлөшө бар. Бынан тыш, әүҙем сәйәхәтсе булараҡ, Ағиҙел ҡалаһының күркәмлегенә, таҙалығына, ҡунаҡсыллығына һоҡланып ҡайтҡан.

Гөлнара Солтанова.

Ҡариҙелдән – Ағиҙелгә!
Ҡариҙелдән – Ағиҙелгә!
Автор:
Читайте нас: