Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Ноябрь 2022, 16:10

Еңеү менән ҡайттылар

Тулыраҡ:

Еңеү менән ҡайттылар
Еңеү менән ҡайттылар

Бөрө ҡалаһында Төбәк-ара һуғыш сәнғәте форумы сиктәрендә тай боксы буйынса Башҡортостан Республикаһының «Салауат Юлаев Кубогы» асыҡ турниры уҙҙы.
Балтас районы «Йәшлек» физкультура-һауыҡтырыу комплексының 17 тәрбиәләнеүсеһе ярышта көс һынашты һәм техниканы күрһәтте.
Йәш яугирҙар лайыҡлы һөҙөмтәләр менән еңеү яуланы!
Үҙ ауырлыҡ категорияларында Нәбиев Искәндәр, Аҡбиров Данил һәм Ғәлиәкбәрова Дарина чемпион булды.
Үҙ ауырлыҡ категорияларында икенсе урынды Ғәлимов Айҙар, Фәтхуллин Нурлан, Исламов Даян, Сәйетғәлиев Илназ, Аҡсурина Сулпан, Ғлимйәнова Сабрина, Ғәлимйәнов Денис, Алекса Рим, Шильков Максим алды.
Өсөнсөлә - Хәсәнов Данир, Сәлимов Рәсүл, Рәхимйәнов Илнур, Шакиров Даниил, Әхкәмов Тимур.
Егеттәрҙе һәм Евгений Вениаминовичты ҡотлайбыҙ! Был еңеү һуңғыһы булмаһын, һәр тырышлыҡ һәм ныҡышмалы хеҙмәт мотлаҡ призлы урындарға һәм лайыҡлы наградаларға килтерһен!


Гөлназ Ғәлләмова.

Еңеү менән ҡайттылар
Еңеү менән ҡайттылар
Еңеү менән ҡайттылар
Еңеү менән ҡайттылар
Еңеү менән ҡайттылар
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: