Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Ноябрь 2022, 15:52

Көрәшселәр һынатманы

Тулыраҡ:

Көрәшселәр һынатманы
Көрәшселәр һынатманы

Ҡариҙел  ауылында XXV спартакиада сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы уҡыусылары араһында  көрәш буйынса зона ярыштары үтте. Унда  Балтас районы Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе  командаһы (тренерҙары Камалов И.Ф. һәм Карамов Р.М. ) ныҡышмалы көрәштә  3-сө урын яуланы. Үҙ ауырлыҡ категорияларында призлы урындар түбәндәгеләрҙә:

1-се урында - Рәҡипов Әмир,

2-се урында - Ғәйнуллин Алмаз, Әхәтов Илмар, Абхалиҡов Тимур

3-сө урында - Шиһабетдинов Таһир;

Сәлимов Рөстәм "Еңеүгә ынтылыш өсөн" миҙалы менән бүләкләнде. 1-се һәм  2-се урынды алған спортсылар финалға сыҡты һәм Баймаҡ ҡалаһында  үтәсәк  республика ярыштарында ҡатнашасаҡ. 

Спортсыларыбыҙға артабан да уңыштар һәм лайыҡлы еңеүҙәр теләйбеҙ!

Гөлназ Ғәлләмова.

Көрәшселәр һынатманы
Көрәшселәр һынатманы
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: