Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Октябрь 2022, 09:54

Уңыштары менән һөйөндөрәләр

Тулыраҡ:

Уңыштары менән һөйөндөрәләр
Уңыштары менән һөйөндөрәләр

Борай районында 2014 йылдан башлап Наталья Марат ҡыҙы Абдуллина етәкселегендә эстетик гимнастика түңәрәге эшләй. Ижади ҡарашлы тренер-уҡытыусы йәш быуынды һәр яҡлап үҫешкән, һау-сәләмәт итеп тәрбиәләү өсөн бар тырышлығын һала.
Эстетик гимнастика үҙ эсендә художестволы гимнастика, акробатика һәм бейеүҙе ала. Тән һығылмалылығы аша тойғоларҙы һәм музыкаль композиция темаларын сағылдырып, һәр сығыш бәләкәй спектаклде хәтерләтә.
Борай гимнастарының уңыштары ла бихисап: Өфө ҡалаһында эстетик гимнастика буйынса уҙған «Башҡортостан йондоҙо» республика турнирында – 1-се, Пенза ҡалаһында «Сура йондоҙо» өлкә һәм Ижевск ҡалаһында «Алтын Италмас» асыҡ турнирҙарында 2-се урындар яулайҙар. Ҡазанда «Астория» турнирында “Ағиҙел” командаһы — 1-се урынға, Өфөлә «Колибри» турнирында — 2-се, Екатеринбургта «Малахит таҫмаһы» турнирында 3-сө урынға лайыҡ булдылар. Сочиҙа эстетик гимнастика буйынса «Ал елкәндәр» Рәсәй ярышында 1-се урын яуланылар.
Наталья Марат ҡыҙы етәкселегендәге команданың уңыштарын һанап бөтөрөрлөк тә түгел. Ошо ваҡыт эсендә ул районыбыҙҙы данлап, ныҡышмалы хеҙмәте менән Башҡортостан Республикаһында иң көслө гимнастар булып торған спортсылар тәрбиәләне.


Һүрәттә: Наталья Марат ҡыҙы үҙенең тәрбиәләнеүселәре менән.

Авторы: Гөлназ Ханова.

Борай районы. 

Уңыштары менән һөйөндөрәләр
Уңыштары менән һөйөндөрәләр
Уңыштары менән һөйөндөрәләр
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: