Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Октябрь 2022, 09:12

Бер миллион һум бирелә

Был хаҡтағы документ Башҡортостан Республикаһының хоҡуҡи мәғлүмәт рәсми порталында баҫылған.

Бер миллион һум бирелә
Бер миллион һум бирелә

Башҡортостандағы халҡы 100 мең кешегә тиклемге ауылдарҙа, ҡасабаларҙа, ҡалаларҙа спорт әҙерлеге менән шөғөлләнгән тренерҙар бер тапҡыр түләнә торған бер миллион һум аҡсаға эйә буласаҡ.

Шулай итеп, республика Хөкүмәте төбәк бюджетынан муниципалитеттарға аҡса бүлеү тәртибенә үҙгәрештәр индерҙе. Был хаҡтағы документ Башҡортостан Республикаһының хоҡуҡи мәғлүмәт рәсми порталында баҫылған.

Компенсацияны 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң физкультура-спорт ойошмалары менән хеҙмәт килешеүенә ҡул ҡуйғандар аласаҡ. Быға тиклем тренерҙарға бер тапҡыр 600 мең һум аҡса бирелә ине.

Фото: bash.news

Автор:Айһылыу Низамова
https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2022-10-06/ber-million-um-birel-2978365
Бер миллион һум бирелә
Бер миллион һум бирелә
Автор:
Читайте нас: