Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Июль 2022, 11:39

Төп маҡсат-тоҡомсолоҡ эшен яйға һалыу.

"Баймаҡ аты" фестиваль сиктәрендә эшлекле "түңәрәк өҫтәл"дәр үҙ эшен башланы  

Төп маҡсат-тоҡомсолоҡ эшен яйға һалыу.
Төп маҡсат-тоҡомсолоҡ эшен яйға һалыу.

Сарала йылҡысылыҡ хужалыҡтары һәм тоҡомсолоҡ репродукторҙары, зоотехниктар, генетика, селекция һәм аттарҙы тоҡомло үрсетеү өлкәһендәге ғилми берләшмә вәкилдәре ҡатнаша. Улар Башҡортостанда йылҡысылыҡ тармағын селекция һәм технологик яҡтан тәьмин итеүҙең мөһим мәсьәләләрен, был өлкәлә эшмәкәрлектең төп йүнәлештәрен, проблемаларҙы, шулай уҡ тоҡомдо камиллаштырыу юлдарын өйрәнә.

Эшлекле программа майҙансығының модераторы ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фәрит Вәлитов. Спикерҙар - ауыл хужалығы фәндәре докторы Ираида Әбубәкирова, "Толпар" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Рафаэль Сырлыбаев һәм башҡалар.

Әйткәндәй, сара алдынан йылҡысылыҡ һәм башҡорт тоҡомло аттарын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәхмәт хаттары тапшырылды. Улар араһында Баймаҡ районы эшҡыуарҙары, иң тәмле ҡымыҙ етештереүселәр - Денис Өмөтбаев, Фәнис Кәримов, Рафаэль Сырлыбаев һәм башҡалар бар.

 

Автор фотолары

Автор:Карима Усманова
Төп маҡсат-тоҡомсолоҡ эшен яйға һалыу.
Төп маҡсат-тоҡомсолоҡ эшен яйға һалыу.
Автор:
Теги:bashhorsefest
Читайте нас: