Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Спорт
28 Июль 2022, 05:29

"Башҡорт аты" фестивале саҡыра!

29-30 июлдә Баймаҡ районының Граф күле буйында көтөп ҡалабыҙ

"Башҡорт аты" фестивале саҡыра!"Башҡорт аты" фестивале саҡыра!
"Башҡорт аты" фестивале саҡыра!

Проектта ҡатнашыусыларҙы һәм тамашасыларҙы бай эстәлекле һәм ҡыҙыҡлы программа көтә. Традицион ат-спорт ярыштары, башҡорт халыҡ уйындары - «Ылаҡ» уйыны, «Бәйге» ат сабышы, «Ауҙарыш», иң яҡшы ат йөрөтөүсе «Тай-тулаҡ» ярыштары, күпбәйге буйынса ярыштар ойоштороласаҡ. Бынан тыш, проект сиктәрендә уҡтан атыу буйынса «Мәргән уҡсы» төбәк-ара фестивале ойошторола. Тамашасылар шулай уҡ Рәсәйҙә тәүге тапҡыр үтәсәк ҙур ат парадына шаһит буласаҡ.

Ҙур майҙансыҡ этник тематикаға бүленәсәк, төрлө күргәҙмәләр һәм оҫталыҡ дәрестәре эшләйәсәк. Бынан тыш, художество кәсептәре оҫтаханалары, ат егеү кәрәк-ярағы һәм ат егеү кәрәк-яраҡтары әҙерләү менән шөғөлләнгән оҫталар, һөнәрселәр ҡатнашлығында конкурс уҙғарыла. Ижади ярыш «Иң яҡшы ҡайыштан сбруй оҫтаһы», "Аттың өҫтөнә ябыу өсөн «Сергетыш» оҫтаһы», "Башҡорт аттары араһында «Бәйге» иң яҡшыһы» номинацияларында уҙа.

Форум эсенә эшлекле программа ла индерелгән. Фестивалдең һуңғы көнөндә ҙур концерт була. Сарала ҡатнашыусыларҙы  Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Арғымаҡ» этно-төркөмө, Зәлиә Бәхтиева, Иҙел Аралбаев һәм Әлфиә Ниғмәтуллиналарҙың сығыштары, "Splash" барабан шоуы, «Дәрүишхан» рок төркөмө, «Йатаған» этно-төркөмө ҡатнашлығында сағыу концерт көтөлә.

Йылдың иң сағыу ваҡиғаларының береһенән  һеҙ ҙә ситтә ҡалмағыҙ!

Автор фотолары.

Автор:Карима Усманова
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2022-07-27/bash-ort-aty-festivale-sa-yra-2888010
"Башҡорт аты" фестивале саҡыра!
"Башҡорт аты" фестивале саҡыра!
Автор:
Читайте нас