Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Апрель 2022, 15:39

Бронза миҙал яуланылар

 Өфөлә эстетик гимнастика буйынса  Башҡортостан  Республикаһының асыҡ беренселеге үтте.  

Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 800-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Балтас районынан ярыштарҙа "Йәшлек" физкультура-һауыҡтырыу комплексы тәрбиәләнеүселәре - 8-10 йәш категорияһында "Ағиҙел-Малина" һәм 6-8 йәш категорияһында "Ағиҙел-Йондоҙсоҡтар" командалары сығыш яһаны. Ғөмүмән, ҡыҙҙарға ҡатмарлы элементтарҙы күрһәтергә генә түгел, матур һәм күркәм итеп эшләргә лә кәрәк ине. Гимнасткаларыбыҙ ярыштарҙа яҡшы сығыш яһаны һәм бронза миҙалдар яуланы.  Ҡыҙҙарҙы һәм тренерҙары  Наталия Марат ҡыҙын ҡотлайбыҙ!

Гөлназ Ғәлләмова.

Бронза  миҙал яуланылар
Бронза  миҙал яуланылар
Бронза миҙал яуланылар
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: