Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Апрель 2022, 14:28

Спортсыларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!

Дүртөйлө ҡалаһында пауэрлифтинг һәм көс талап иткән спорт төрҙәре буйынса  турнир үтте.

Спортсыларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Спортсыларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!

Дүртөйлө ҡалаһында пауэрлифтинг һәм көс талап иткән спорт төрҙәре буйынса "Сила Атлантов" турниры үтте.

Балтас районы Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре тәүге тапҡыр (тренер Сафетдинов Айваз Фируз улы) үҙ ауырлыҡ категорияларында ҡатнашты һәм яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте: беренсе урын - Ғилмуллин Данил, спорт мастеры нормативын үтәгән; икенсе урын - Вәлиев Раил, спорт мастерлығына кандидат нормативын үтәгән.

Шулай уҡ "Йәшлек" физкультура-һауыҡтырыу комплексы тәрбиәләнеүселәрен Халыҡ-ара класс спорты мастеры һәм Рәсәй спорты мастеры нормативтарын үтәүҙәре менән ҡотлайбыҙ. Инструктор Рәдим Радик улы Нурғәлиев етәкселегендәге  спортсылар  үҙ ауырлыҡ категорияларында ҡатнашып,  юғары һөҙөмтәләр күрһәтте:  Штанганы бицепсҡа күтәреү буйынса  1-се урынға Әхмәҙуллин Тимур (Халыҡ-ара класлы спорт  мастеры) лайыҡ булды.  Гәрәев Денис -  беренсе  урын (Халыҡ-ара класлы спорт  мастеры),  Ғәлләмов Айҙар классик  бицепсҡа штанганы күтәреү буйынса 1-се урын (спорт мастеры).

Спортсыларҙы һәм тренерҙарҙы ҡотлайбыҙ, артабанғы еңеүҙәр һәм ҡаҙаныштар теләйбеҙ!

Гөлназ Ғәлләмова.

Спортсыларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Спортсыларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Спортсыларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Спортсыларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: