

Спорт ярыштарында Яңауыл, Нефтекама ҡалалары, Ҡуяҙы ҡасабаһы, Аҡтаныш, Әмҙә, Борай һәм Асҡын ауылдары командалары ҡатнашты.
Уйын һөҙөмтәләре буйынса урындар түбәндәгесә бүленде;
1-се урында — "Иман" командаһы ( Аҡтаныш ауылы);
2-се урында — "Йәшлек" командаһы (Яңауыл ҡалаһы)
3-сө урында — "Иман-1" командаһы (Аҡтаныш ауылы ).
Борай ауылы командаһы "Танып-1" , "Иман-1" командаларынан ҡалышып, дүртенсе урынды биләй.
Был ярышта "Иң яҡшы ҡапҡасы"- Ансар Ризванов билдәләнде, Ильяр Ғарипов "Иң яҡшы яҡлаусы", Әмир Баһманов - "Иң яҡшы уйынсы", Кашфуллин Алмаз - "Иң яҡшы һөжүм итеүсе" һәм Закиров Аяз "Иң яҡшы бомбардир" булып танылды.
Гөлназ Мирхәйҙәрова.