Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Апрель 2022, 11:39

Балтастар — икенсе!

Белем  биреү ойошмалары хеҙмәткәрҙәре араһында «Һаулыҡ» спартакиадаһының төбәк  ярыштары үтте.

Балтастар — икенсе!
Балтастар — икенсе!

Балтас районында уҙған спартакиадала 10 райондан: Асҡын, Балтас, Борай, Ҡариҙел, Краснокама, Мишкә, Тәтешле, Яңауыл райондарынан һәм Нефтекама ҡалаһынан командалар төрлө спорт төрҙәрендә иң көслө һәм спорт командаһы исеменә көс һынашты.

Сарала профсоюздың 250-нән ашыу ағзаһы ҡатнашты. Ярыштар ныҡышмалы үтте, еңеүселәрҙе асыҡлау еңелдән булманы.    Ярыш йомғаҡтары буйынса беренсе урынды Нефтекама ҡалаһы яуланы, икенсе урында - Балтас районы, өсөнсөлә - Мишкә районы. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Артабан да спортта уңыштар теләйбеҙ!

Гөлназ Ғәлләмова.

Балтастар — икенсе!
Балтастар — икенсе!
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: