+17 °С
Болотло
Бирелә илебеҙ Президентын һәм Ҡораллы Көстәрен яҡлап флешмоб һәм хоккей матчы ойошторолдо.
Быйылғы хоккей миҙгеле Ринат Хәмәтгәрәев иҫтәлегенә кубокка “Танып” клубы һәм Боғҙан ауыл биләмәһе хоккейсылары осрашыуы менән балтастар өсөн уңышлы ябылды. Балтастар еңде, Иҫке Тимкә спортсылары ла лайыҡлы уйнаны. Уйын аҙағында иң яҡшы хоккейсылар билдәләнде.
Гөлнара Шәймөхәмәтова.