Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Март 2022, 09:58

Афарин, ҡыҙҙар!

«Иҙел» художество һәм эстетик гимнастика буйынса  төбәк-ара турнирҙан  еңеү менән ҡайттылар.

Афарин, ҡыҙҙар!
Афарин, ҡыҙҙар!

 Татарстандың баш ҡалаһында 1-3 мартта «Иҙел» төбәк-ара художество һәм эстетик гимнастика буйынса турнир  үтте.Тренер Наталья Марат ҡыҙы Абдуллина етәкселегендәге Балтас районы «Йәшлек» физкультура-һауыҡтырыу комплексы тәрбиәләнеүселәре төбәк-ара турнирҙа  Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 300-ләгән ҡатнашыусы  араһында уңышлы сығыш яһап,  икенсе урын яуланы.

Беҙ ҡыҙҙарҙы һәм Наталья Марат ҡыҙын ҡотлайбыҙ! Рух ныҡлығы, ихтыяр көсө һәм яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ!

Гөлназ Ғәлләмова.

Афарин, ҡыҙҙар!
Афарин, ҡыҙҙар!
Афарин, ҡыҙҙар!
Афарин, ҡыҙҙар!
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: