

Айваз Фирүз улы үҙе иһә — гер спорты буйынса Рәсәй спорт мастеры. Хеҙмәт юлының башында районда гер спортын популярлаштырыуға күп көс һалды. Һуңғы йылдарҙа армспорт буйынса республика һәм ил чемпиондарын тәрбиәләй. Айваз Сәфетдиновтың уҡыусылары — армспорт буйынса республика командаһының әйҙәүсе спортсылары. Уларҙың иң ҙур уңыштарға ирешкәндәрен генә һанап китәйек: Алмаз Хәбибуллин — армрестлинг буйынса Рәсәй спорт мастерлығына кандидат, 2015 йылда Иҙел буйы федераль округының армрестлинг буйынса чемпионатында — 1-се, Рәсәй беренселегендә — 3-сө, 2016 йылда Рәсәй беренселегендә 2-се урындарҙы яуланы, Болгарияла үткән Европа беренселегендә 6-сы урын нәтижәләрен күрһәтте. Рәдим Ғәлиуллин 2018 йылда Рәсәй чемпионы булды. Талантлы спортсы ҡыҙыбыҙ Азалия Хәмәтнурова тренеры Айваз Сәфетдинов етәкселегендә 2018 йылда Иҙел буйы федераль округында 3-сө нәтижәгә ирешһә, 2019 йылда Чехов ҡалаһында үткән Рәсәй беренселегендә чемпион исемен яуланы. Азалия Рәсәй спорт мастерлығына кандидат нормаларын да уңышлы үтәне. 2019 йыл Балтас армспортсылары өсөн, дөйөм алғанда, һөҙөмтәле булды. Рәсәй спорт мастерлығына кандидат Данил Садыҡов — үҙ ауырлыҡ категорияһында 1-се, Динар Хижәпов — 2-се, Ләйсән Сәфетдинова, Алмас Сәләхетдинов, Руслан Кашапов, Тимур Әхмәҙуллин — 3-сө, Эльвина Зиннурова 4-се урын яуланы. Алмас, Тимур һәм Руслан — 2018 йылда Иҙел буйы федераль округы ярыштарында ла 2-се һәм 3-сө урындарға сыҡҡан спортсыларыбыҙ.
Һуңғы ваҡытта сикләүҙәр спорт үҫешенә аяҡ салыуына ҡарамаҫтан, 2020 йылда Екатеринбург ҡалаһында ярышта ҡатнашып, Азалия Хәмәтнурова Рәсәй чемпионы исемен яуланы. 2021 йылда Иҙел буйы федераль округы беренселегендә Азалия 2-се урынға лайыҡ булды, Айгөл Хәбибуллина 3-сө урынға сыҡты. 2020 йылда Иҙел буйы федераль округы буйынса Камилә Дәүләтшина өсөнсө нәтижә күрһәтте. 2021 йылда Данил Ғилмуллин Орел ҡалаһында үткән ярыштарҙа Рәсәй чемпионы исемен яуланы. Былар, ҡабатлап әйткәндә, һәр спортсыбыҙҙың иң ҙур еңеүҙәре. Улар араһында төбәк һәм республика ярыштарында ҡатнашыу һәм призлы урындар алыу бар әле. Ҙур еңеүҙәр нигеҙендә көндәлек даими, көсөргәнешле күнекмәләр, тырышлыҡ һәм маҡсатсанлыҡ ята. Әлеге спортсыларыбыҙ — Айваз Фирүз улы етәкселегендә Рәсәй беренселегендә Башҡортостан өсөн ярышҡан егет-ҡыҙҙар. Чехов ҡалаһында үткән ярыштарҙа улар команда зачетында 3-сө урын яуланы. Быға тиклем Башҡортостан чемпионатында балтастар командаһы — 1-се, Иҙел буйы округында 2-се урындарҙы алғайны. Тренерҙың үҫмерҙәрҙе спорт донъяһына ғына түгел, еңеү артынан еңеүҙәргә әйҙәй белеүе һоҡландыра.
Айваз Фирүз улының тормош иптәше Лариса Фәғдәт ҡыҙы ла спорт мәктәбендә эшләй, ул — ГТО администраторы. Ҡыҙҙары Ләйсән армрестлинг менән тырышып шөғөлләнә, ә улдары Асҡар гер спортында тәүге аҙымдарын яһай.
Айваз Сәфетдинов юғары һөҙөмтәләргә ирешеүсе спортсыларыбыҙҙы тәрбиәләүгә, әҙерләүгә, физик культура һәм спортты үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө өсөн “Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы белем һәм тәрбиә биреү хеҙмәткәре”, “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” күкрәк билдәләре, “Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына — 90 йыл” миҙалы, Башҡортостан Республикаһы Армрестлинг федерацияһының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
Авторы: Гөлнара Шәймөхәмәтова.