+30 °С
Болотло


Беҙҙекеләр кисә тағы еңеүҙәре менән һөйөндөрҙө. Саңғы эстафетаһында ир-егеттәр командаһы алтын миҙал яуланы. Алексей Червоткин, Александр Большунов, Денис Спицов һәм Сергей Устюгов, Норвегия ир-егеттәр йыйылма командаһын бер минутта ете секундҡа уҙып, Олимпия чемпиондары исеменә лайыҡ булды.
Һуңғы тапҡыр ир-егеттәр командаһы саңғы эстафетаһында алтын миҙалды 42 йыл элек Лейк-Плэсиде ҡалаһында үткән Олимпия уйындарында яулаған.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.