Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Спорт
11 Февраль 2022, 03:41

Тыуған көнөндә - еңеү!

Сакари Маннинен ғүмер байрамында словактар ҡапҡаһына өс гол сәпәне.

Тыуған көнөндә - еңеү!Тыуған көнөндә - еңеү!
Тыуған көнөндә - еңеү!

Бөгөн Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында Финляндия менән Словакия командалары матчында “Салауат Юлаев” форварды Сакари Маннинен словактар ҡапҡаһына өс шайба индерҙе! Уның был хет-тригы словактарҙы бик ышаныслы еңергә булышлыҡ итте. Унан тыш, был команда составында юлаевсылар Теему Хартикайнен һәм Маркус Гранлунд уйнаны.

Шуныһы үҙенсәлекле: словактар өсөн ике голды Юрай Слафковски сәпәне. Ә хоккейсыға 17 генә йәш әле. Шулай итеп, Юрай Словакияның йыйылма командаһы тарихында гол индереүсе иң йәш хоккейсы тип танылды!

Һөҙөмтәлә бөгөн Финляндия – Словакия матчы словактар файҙаһына 6:2 иҫәбе менән тамамланды.

Тағы шуныһы үҙенсәлекле: “Салауат Юлаев” командаһы һөжүм итеүсеһе Сакари Маннинен бөгөн 30 йәшен билдәләй. Ғүмер байрамында ул үҙенә Ҡышҡы Олимпиадала еңеү бүләк итте: словактар ҡапҡаһына өс гол сәпәне. Был хаҡта күп хоккейсылар хыял итәлер әле! Беҙ уға сәләмәтлек, уңыштар теләйбеҙ!

“Салауат Юлаев” хоккей командаһына килгәндә, ул плей-офф матчтарына әҙерлек сиктәрендә 15, 17 февралдә Екатеринбургта “Автомобилист” менән ике иптәштәрсә осрашыу үткәрәсәк.

Фото: olympicsrus

Автор:Айһылыу Низамова
Тыуған көнөндә - еңеү!
Тыуған көнөндә - еңеү!
Автор:
Читайте нас