

Бөгөн, Пекинда барған Ҡышҡы Олимпия уйындарының бишенсе көнөндә, тау саңғыһы спорты (ҡатын-ҡыҙҙар), сноуборд (кросс), саңғы ике алышы (шәхси беренселек), ир-егеттәр араһында хоккей, шорт-трек, кёрлинг, саңғы спорты буйынса ярыштар үткәрелә.
Бөгөн яҡташыбыҙ Семен Елистратов шорт-трек буйынса ярыштарҙа үҙ көсөн һынай. Хәтерегеҙгоә төшөрәбеҙ, сығышы менән Өфөнән булған шорт-трексы Семен Елистратов 2014 йылда үткәрелгән Олимпия уйындары чемпионы булды, 2018 йылда 1500 метрлыҡ арауыҡта призлы урын яуланы, 2015 йылда 1500 метр арауыҡта чемпион, донъя чемпионаттарында ике тапҡыр көмөш миҙал яуланы, биш тапҡыр бронза миҙалға лайыҡ булды. Ул – күп тапҡыр Европа чемпионы. 1000 метр арауыҡта донъя кубогына лайыҡ булыусы. Әйткәндәй, Семен Елистратов Олимпиадала дүртенсе тапҡыр ҡатнаша.
Бөгөн илебеҙҙең хоккейсылары Швейцария командаһы менән осраша. Ә Рәсәй Олимпия комитеты йыйылма командаһында (Russian Olympic Committee — ROC) “Салауат Юлаев” хоккей клубынан Шакир Мөхәмәҙуллин менән Александр Кадейкин бар. Икеһе лә запастағы уйынсылар.
Рәсәй хоккейсылары В төркөмөндә Дания, Чехия һәм Швейцария командалары менән көс һынашасаҡ. Илебеҙ йыйылма командаһы 25 уйынсыны Пекиндағы Олимпия уйындарында ҡатнашыу өсөн заявка биргән. Был составта – өс ҡапҡасы, һигеҙ һаҡсы һәм 14 һөжүм итеүсе. Исемлектә тағы барыһынан да һуңыраҡ йыйылма командаға эләккән форвард Сергей Плотников бар. Икенсе һөжүм итеүсе Артем Анисимов – запастағы хоккейсылар исемлегендә.
Ҡапҡасылар: Александр Самонов (СКА), Тимур Билялов (“Аҡ Барыҫ”), Иван Федотов (ЦСКА).
Һаҡсылар: Александр Никишин (“Спартак”), Вячеслав Войнов (“Динамо”), Александр Елесин (“Локомотив”), Артем Минулин, Егор Яковлев (икеһе лә - “Металлург”тан), Никита Нестеров (ЦСКА), Сергей Телегин (“Трактор”), Дамир Шәрипйәнов (“Авангард”).
Һөжүм итеүселәр: Сергей Андронов, Михаил Григоренко, Сергеей Плотников, Антон Слепышев, Павел Карнаухов (барыһы ла – ЦСКА), Никита Гусев (СКА), Дмитрий Воронков (“Аҡ Барыҫ”), Вадим Шипачев, Станислав Ғәлиев (икеһе лә – “Динамо”), Арсений Грицюк, Кирилл Семенов (икеһе лә – “Авангард”), Артур Ҡәйүмов (“Локомотив”), Андрей Чибисов (“Металлург”), Владимир Ткачев (“Трактор”).
Запастағылар: ҡапҡасы Дмитрий Шугаев (“Северсталь”), һаҡсы Шакир Мөхәмәҙуллин (“Салауат Юлаев”), һөжүм итеүселәр Кирилл Марченко (СКА), Александр Кадейкин (“Салауат Юлаев”), Артем Анисимов (“Локомотив”).
Йыйылма команда капитаны - Вадим Шипачев (“Динамо”). Был ярыштарҙы “Рәсәй 1” каналы йәки “Смотрим” медиаплатформаһы аша ҡарарға була. Хоккейсыларыбыҙҙың Швейцария менән матчында хоккейсы Андрей Николишин менән журалист Владимир Стогниенко тамашасыларға аңлатмалар бирәсәк.
Бөгөн Пекинда алты миҙал комплекты уйнатыласаҡ.
8 февралдә иһә илебеҙ спортсылары өс бронза миҙал яуланы. Рәсәй сноубордсыһы Вик Уайлд – параллель гигант слаломында, саңғысы Александр Терентьев – спринт уҙыштарында һәм Рәсәй санасыһы Татьяна Иванова шәхси ярыштарҙа өсөнсө урынға лайыҡ булды. Дөйөм алғанда, 8 февралгә ҡарата Рәсәй спортсылары Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында 10 миҙал яуланы: ике алтын, өс көмөш һәм биш бронза. Миҙал иҫәбе буйынса илебеҙ әлегә – етенсе урында.
Фото: vesti.ru