Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Спорт
4 Февраль 2022, 18:53

Олимпиаданы асыу тантанаһы үтте

Бөгөн ул Пекиндағы “Ҡоштар ояһы” милли стадионында уҙғарылды.  

Ҡытай икенсе тапҡыр инде Олимпия уйындарын үткәрә: 2008 йылда ул Йәйге Олимпия уйындары ҡатнашыусыларын ҡабул иткәйне. Шулай итеп, Пекин – Ҡышҡы һәм Йәйге Олимпия уйындарын да үткәргән берҙән-бер ҡала.

Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесе Си Цзиньпин Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарын асыҡ тип иғлан итте. Ҡышҡы Олимпиаданы асыу тантанаһы бөгөн Пекиндағы “Ҡоштар ояһы” тигән исем аҫтында билдәле булған милли стадионда уҙғарылды.

Ҡышҡы Олимпия уйындары Пекин, Яньцин һәм Чжанцзякоу кластерҙарында үткәрелә. Баш ҡалала сараны тантаналы асыу һәм ябыу, фигуралы шыуыу, торт-трек, хоккей, керлинг, конкиҙа уҙышыу буйынса ярыштар була. Яньцин бобслей, тау саңғыһы спорты, сана спорты һәм скелетон буйынса уҙыштар үткәреү урынына әйләнде. Чжанцзякоу кластерында биатлон, саңғы уҙыштары, саңғыла траплиндан һикереү, фристайл һәм сноуборд буйынса ярыштар ойошторола.

Әйткәндәй, бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Ҡытайға эш сәфәре сиктәрендә Рәсәй Спорт министрлығы һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһы Физик культура һәм спорт буйынса баш идаралығы араһында 2022-2023 йылдарҙа Рәсәй һәм Ҡытайҙың физик культура һәм спорт өлкәһендәге хеҙмәттәшлек йылдарын үткәреү тураһындағы берҙәм ғаризаға ҡул ҡуйылған.

Тематик йылдар сиктәрендә яҡтар юғары ҡаҙаныштар, йәштәр спорты, спорт фәне, физик тәрбиә һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһында килеште. Әле документ 500-ҙән ашыу спорт сараһын үҙ эсенә ала.

Фото: news.myseldon.com

Автор:Айһылыу Низамова
Автор:
Читайте нас