Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Спорт
4 Февраль 2022, 04:55

Бөгөн Ҡышҡы Олимпия уйындары башлана!

Йыйылма командабыҙ әләмен конькиҙа уҙышыусы Ольга Фәтҡуллина менән хоккейсы Вадим Шипачев күтәрәсәк.

Бөгөн, 4 февралдә, Ҡытайҙың баш ҡалаһы Пекинда XXIV ҡышҡы Олимпия уйындары башлана. Әйткәндәй, Пекин йәйге лә, ҡышҡы ла Олимпиада үткәрелгән беренсе ҡала булып тарихта ҡаласаҡ. Был спорт сараһында донъялағы 95 илдән дүрт меңдән ашыу атлет ҡатнашасаҡ. Улар ете спорт төрөндә, шул иҫәптән 15 дисциплинала сығыш яһаясаҡ, барлығы 109 миҙал уйнатыласаҡ.

Пекинда уҙғарыласаҡ ярыштарҙа, былтыр Токиола үткәрелгән йәйге Олимпия уйындарындағы кеүек үк, коронавирус инфекцияһына ҡаршы барлыҡ саралар күҙәтеләсәк. Әйткәндәй, сираттағы Олимпиада Ҡытай коммунистик партияһының 100 йыллығына арнала.

Олимпия уйындары Пекин, Яньцин һәм Чжанцзякоу кластерҙарында уҙғарыласаҡ. Баш ҡалала сараны тантаналы асыу һәм ябыу, фигуралы шыуыу, торт-трек, хоккей, керлинг, конкиҙа уҙышыу буйынса ярыштар үткәреләсәк. Яньцин бобслей, тау саңғыһы спорты, сана спорты һәм скелетон буйынса  уҙыштар үткәреү урынына әйләнәсәк. Чжанцзякоу кластерында биатлон, саңғы уҙыштары, саңғыла траплиндан һикереү, фристайл һәм сноуборд буйынса ярыштар ойоштороласаҡ.

Ҡышҡы Олимпиаданы асыу тантанаһы 4 февралдә Мәскәү ваҡыты менән 15 сәғәттә Пекиндағы “Ҡоштар ояһы” тигән исем аҫтында билдәле булған милли стадионда уҙғарыла.

Рәсәй йыйылма командаһы спортсылары ҡышҡы Олимпия уйындарында Рәсәй Олимпия комитеты (Russian Olympic Committee — ROC) исеме аҫтында сығыш яһаясаҡ. Улар илебеҙ өсөн, Бөтә донъя допингҡа ҡаршы агентлыҡ (ВАДА) санкциялары менән бәйле, милли флагһыҙ һәм дәүләт гимнынан тыш үҙ көсөн һынаясаҡ.

Ҡышҡы Олимпия уйындары билдәһенә килгәндә, ул – “Бин Дуньдунь” исемле панда. Ойоштороусылар билдәләүенсә, ул изге күңеллелекте һәм ныҡлы спорт рухын һынландыра.

Йыйылма командабыҙ әләмен конькиҙа уҙышыусы Ольга Фәтҡуллина менән хоккейсы Вадим Шипачев күтәрәсәк. Беренсе спортсы өсөн был үҙ карьераһында өсөнсө Олимпия уйындары. Ул Ванкуверҙа һәм Сочиҙа уңышлы сығыш яһағайны, һуңғыһында көмөш миҙалға лайыҡ булғайны. Бынан тыш, уның башҡа уңыштары ла байтаҡ. Мәскәүҙең “Динамо” командаһы капитаны Вадим Шипачев иһә 2018 йылда Пхенчханда үткәрелгән уйындарҙағы хоккей турниры алтын миҙал эйәһе. Ул шулай уҡ 2014 йылда донъя чемпионы тип танылғайны.

Шуны билдәләргә кәрәк: Башҡортостан –  Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында Пекинда үткәреләсәк ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашасаҡ спортсылар һаны буйынса беренсе урында.

Республика намыҫын 14 спортсы яҡлаясаҡ. Бына улар – “Ағиҙел” хоккей командаһынан ете спортсы (Полина Лучникова, Анна Шибанова, Ольга Сосина, Мария Сорокина, Мария Печникова, Илона Маркова, Вероника Коржакова), “Салауат Юлаев” хоккей командаһынан бер уйынсы (Александр Кадейкин), биатлонсы Эдуард Латипов (тағы запаста Антон Бабиков), шорт-трексы Семен Елистратов, боблейсылар Ростислав Гайтюкович һәм Юлия Беломестных, скелетонсы Александр Третьяков.

Беҙ илебеҙ, республикабыҙ исеменән сығыш яһаған спортсыларыбыҙға уңыштар теләйбеҙ. Коронавирус инфекцияһы менән бәйле һынауҙар булһа ла, билдәле сәбәптәр арҡаһында Тыуған илебеҙ әләме менән сығыш яһарға тура килмәһә лә, улар еңеүҙәргә өлгәшер,  Рәсәй данын тотош донъяға яңғыратыр, тигән ышаныстабыҙ. Элек-электән Ҡышҡы Олимпия уйындары илебеҙҙә йәшәгән һәр кем өсөн тиерлек иң яратҡан спорт төрҙәренең береһе булды һәм шулай булып ҡала.

 

Фото: ug.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Автор:
Читайте нас