

Ярыштарҙа Башҡортостан, Татарстан, Мордовия республикаларынан, Ырымбур, Һамар һәм Киров өлкәләренән 250-нән ашыу спортсы ҡатнашты.
Улар ката һәм кумите дисциплиналарында ярышты. Беҙҙең район исеменән ярыштарҙа тренер Андреев Евгений Артосович етәкселегендә "Каратэ" секцияһында шөғөлләнеүсе "Йәшлек" физкультура-һауыҡтырыу комплексының өс тәрбиәләнеүсеһе сығыш яһаны: Субушева Гүзәл, Хәсәнов Риназ һәм Ғарипов Вадим.
Ярыш йомғаҡтары буйынса 14-15 йәшлектәр араһында кумите буйынса Ғарипов Вадим 3-сө урын яуланы. Еңеүсене һәм тренеры Евгений Артосовичты ҡотлайбыҙ!
Гөлназ Ғәлләмова.