Ярышта "Йәшлек" физкультура-һауыҡтырыу комплексының дүрт тәрбиәләнеүсеһе ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡайтты. Илназ Хәбиров - 60 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһындағы ярышта беренсе, Вадим Ғарипов - 50 килограмға тиклем ярышта икенсе, Гүзәл Субушева - 45 килограмға тиклем ярышта икенсе, Регина Закирова 50 килограмға тиклем ярышта өсөнсө урын яуланы.
Яҡшы әҙерлек өсөн тренерҙары Евгений Артосовичҡа рәхмәт! Еңеүегеҙ менән ҡотлайбыҙ!
Гөлназ Ғәлләмова.