Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Ноябрь 2021, 15:35

Афарин, егеттәр!

Балтас районы “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексы тәрбиәләнеүселәре еңеү менән ҡайтты.

Афарин, егеттәр!
Афарин, егеттәр!

Өфө ҡалаһының "Liga Gym" спорт клубында ике көн тай боксы буйынса ярыштар үтте. Сара тай боксын популярлаштырыу, йәштәрҙе спорт менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү һәм көслө спортсыларҙы асыҡлау маҡсатында үткәрелде.
Ярышта Башҡортостан Республикаһының төрлө район һәм ҡалаларынан 10-11 йәш, 12-13 йәш, 14-15 йәш, 16-17 йәш, 18 йәш һәм унан өлкән спортсылар ҡатнашты. Йәш спортсылар даими күнекмәләр барышында үҙ рухын, ҡыйыулығын, ныҡышмалылығын күрһәтте.
Балтас районы “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексы тәрбиәләнеүселәре бик яҡшы сығыш яһаны һәм призлы урындар алды: Харисов Даниил, Илназ Хәсәнов, Данир Хәсәнов, Рәсүл Сәлимов йәш һәм ауырлыҡ категорияларында 3-сө урын алды; Жданов Глеб - үҙенең йәш һәм ауырлыҡ категорияһында 2-се урын яуланы; Фәтхуллин Нурлан менән Ғәлимов Айҙар чемпион булды. Ғәлимов Айҙар икенсе раундта ярышташын еңде! Афарин, егеттәр! Беҙ спортсыларҙы һәм тренерҙары Евгений Вениаминовичты ҡотлап, яңы еңеүҙәр теләйбеҙ! Беҙ Һеҙҙең менән бик ғорурланабыҙ!
Гөлназ Ғәлләмова.

Афарин, егеттәр!
Афарин, егеттәр!
Афарин, егеттәр!
Афарин, егеттәр!
Автор:
Читайте нас: