Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Октябрь 2021, 14:05

Афарин, балтастар!

Армреслинг буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионатында Балтас районы спортсылары еңеү менән ҡайтты.  

Афарин, балтастар!
Афарин, балтастар!

22-24 октябрҙә Өфө ҡалаһында армреслинг буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионаты уҙҙы. Ярышта Башҡортостандың төрлө район — ҡалаларынан йәш спортсылар йыйылды. Балтас районы данын Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм "Йәшлек" физкультура-һауыҡтырыу комплексы тәрбиәләнеүселәре яҡланы. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса ҡыҙҙар араһында 1-се урынға Хәбибуллина Айгөл, Дәүләтшина Камилла, 2-се урынға Хәмәтнурова Азалия, Асҡарова Әлиә, егеттәр араһында 1-се урынға Вәлиев Рәил, Әмиров Әлгиз, Гәрәев Денис, Шәйхетдинов Рөстәм, 2-се урынға Таҡаев Ринас, Ғилмуллин Данил һәм 3-сө урынға Зыятдинов Ранис, Кәримов Илдар лайыҡ булды.

Тренерҙары Айваз Фируз улы Сафетдинов, Рәдим Радик улы Нурғәлиевты һәм еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ.
Уларға барыһына ла ныҡлы сәләмәтлек, уңыштар, яңы еңеүҙәр һәм һәр ваҡыт уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ!

Гөлназ Ғәлләмова.

Афарин, балтастар!
Афарин, балтастар!
Афарин, балтастар!
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: