Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Спорт
26 Сентябрь 2021, 13:50

Еңеүселәр билдәләнде

«Балтас батҡаҡтары» ярышы - “Трофи-2021” БР асыҡ чемпионатының 6-сы этабы тамамланды.  

Еңеүселәр билдәләндеЕңеүселәр билдәләнде
Еңеүселәр билдәләнде

ТР-1 категориялы автомобилдәрҙә уҙышыусы командалар араһында Марсель Миңлеханов һәм Константин Жегалин (Татарстандың Зәй ҡалаһынан) – 1-се, Марат Хәмәтйәнов һәм Айрат Ҡанзәфәров (Өфөнән) – 2-се, Андрей Палабугин һәм Дмитрий Малыш (Чайковский) -3-сө урын яуланы.

ТР-2 категорияһында ҙур оҫталыҡ менән бөтә трассаны үтеп, Борай-Бөрө командаһы: Радик Шакирйәнов һәм Руслан Хайфуллин еңде. Икенсе урында - Фидан Вәлиев һәм Рәмил Раупов, өсөнсө урында- Николай һәм Сергей Русановтар.

Абсолют төркөмөндә үҙ ҡулдары менән йыйған автомобилдәрҙә ярышыусылар тупланған. Был категорияла Өфөнән Роман Морозов һәм Сергей Дьячук беренселекте алды.

Бөрө автоспортсылары Андрей һәм Олег Мишенькиндар – икенсе, Краснохолмдан Илдар Хужин һәм Азат Ғәтиәтов өсөнсө урындарҙы бүлеште.

Балтас район хакимиәте тарафынан бирелгән приздарға, йәғни нәҡ Балтас батҡаҡтары ярыштарында еңеүсе булараҡ Вячеслав Кузнецов, Евгений Мымрин менән Семен Быков, Балтастан Ранис Мирхазов һәм Дим Саҙрыев, Динар Хужин һәм Артур Ғайсин лайыҡ булды.

Шулай уҡ ҡалған ҡатнашыусыларға һәм еңеүселәр араһында нөктәләрҙе алған саҡта креатив фотолар төшөүселәргә бүләктәр тапшырылды.

Гөлнара Шәймөхәмәтова.

 

Еңеүселәр билдәләнде
Еңеүселәр билдәләнде
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас